Халыҡ иҫәбен алыу
13 Февраля 2020, 13:00

Тылсымды бергәләп һайлайыҡ!

Еңеүсегә 60 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк тапшырыла, ә эше иһә быйылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тылсымына әүереләсәк.

Республика халҡын быйылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тылсымын һайлауҙа ҡатнашырға саҡыралар. Ошо көндәрҙә талисманды яһау буйынса ижади конкурс тамамланды.
Конкурсҡа Рәсәйҙең 74 төбәгенән 900-ҙән ашыу эш ебәрелгәйне. “Башстат” етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин әйтеүенсә, республикабыҙҙан ижади бәйгелә 12 авторҙың 22 эше ҡатнашҡан.
Иң яҡшы тылсым өсөн тауыш биреү 21 февралгә тиклем дауам итә. Теләге булған һәр кем унда ҡатнашып, үҙенә оҡшаған эш өсөн тауыш бирә ала. Бының өсөн www.strana2020 сайтында теркәлеү һәм бер тылсымды һайлау шарт. Һүрәттәрҙең 10 проценты иң-иңдәр иҫәбенә индерелә. Еңеүсене һөнәри баһалама комиссияһы һайлай. Уға 60 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк тапшырыла, ә эше иһә быйылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың талисманына әүереләсәк.
Бәйгенең йомғаҡтары 28 февралдән дә һуңға ҡалмайынса конкурстың рәсми сайтында донъя күрәсәк.
Читайте нас