Асҡын районында “Ата-бабам мираҫы” семинар практикумында милли үҙенсәлек, төбәк башҡорттары менән йәнә бер осрашып һөйләшәйем, тигән маҡсат менән юлға сыҡтым. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы был төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе тағы ла бер тапҡыр ҡорға йыйыр. Нимә генә тимә, улар бит Һөйәнтөҙ фажиғәһен кисереп, көлдән хасил булып терелгән көслө башҡорттарыбыҙ.
Төп сараны ойоштороусы – Республика халыҡ ижады үҙәге. Уның фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина әйтеүенсә, семинар Асҡын районында ойоштороласаҡ Республика Шәжәрә байрамы сиктәрендә уҙғарыла. Сара башланыр алдынан район халҡы ойошторған күргәҙмәләр менән таныштыҡ. Уңған ҡатындар төбәктә һаҡланған милли кейемдәрҙе тегеп кейгән, милли нағыштар, милли биҙәүестәр – барыһы ла байрам йәме!
Гөлгөнә Баймырҙина үҙ сығышында төбәктәге милли кейемгә, аштарға өҫтөнлөк бирергә саҡырҙы. “Төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының үҙҙәренә генә хас милли кейемдәре бар. Атай-олатайҙар, әсәй-өләсәйҙәр йолаһына тоғро ҡалып, этник күлдәктәрҙе тергеҙәйек! Бына бөгөн һеҙҙең арала шундай кейем менән килгәндәр ҙә бар, уларҙы уртаға сығарайыҡ әле!” – тип саҡырҙы ул.
Нимә генә тимә, халыҡ араһында шәжәрәһен төҙөргә теләгәндәр һаны артһа ла, белмәүселәр ҙә юҡ түгел. Шуға күрә Башҡортостан Архив фондының документтарҙы ҡулланыу һәм баҫтырыу бүлеге начальнигы Зөлфәр Ғәтиәтуллиндың сарала ҡатнашып, килеп тыуған һорауҙарға яуап биреүе – үҙе бер фәһем.
Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов үҙ сығышында милли байрамдар, уларҙа ҡатнашҡан халыҡ тураһында һүҙ йөрөттө. Уның фекеренсә, һабантуйҙар ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамына әйләнһен өсөн, уларҙы кемдәргәлер күрһәтеү сараһы ғына итеп түгел, йыйылған һәр кем өсөн байрам майҙанына ла әйләндереү мөһим.
Ошолар хаҡында ентекләберәк “Башҡортостан” гәзитендә уҡырһығыҙ.