Әсәләр ҡабаланмай...

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, әле республикала 17 йәшкә тиклемге нисә бала бар, улар төбәк халҡының күпме процентын тәшкил итә?

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, әле республикала 17 йәшкә тиклемге 913 мең бала бар, был төбәк халҡының 23 процентын тәшкил итә.
Йәш быуындың 60 проценты мәктәп йәшендәгеләр булһа, ҡалған 40-ы уларға тиклемгеләр. Балаларҙың 62 проценты ҡалаларҙа йәшәй.
Республикалағы 1027 мәктәпкәсә учреждениеға 245 мең бала йөрөй. 488,3 мең уҡыусы иҫәпләнә, ауыр программа буйынса 51,4 меңе белем ала. Өҫтәмә түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа йәш граждандарыбыҙҙың 778 меңе шөғөлләнә.
Әле республикала тыуымдың ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә. Быйыл ғинуар - март айҙарында төбәктә 9789 бала тыуһа, ошо уҡ ваҡытта 12391 кеше вафат булған. Былтыр иһә 41767 сабый донъяға килгән, 2018 йылға ҡарағанда 5,2 меңгә кәм. Яңы тыуған сабыйҙарҙың күбеһе ғаиләләрҙәге беренсе йәки икенсе бала булған, шулай уҡ өсөнсө һәм унан күберәк бәпәй тапҡандар артҡан – 26 процент.
Шул уҡ ваҡытта бала тыуҙырған әсәләрҙең йәше артыуы күҙәтелә. Тәүгеһен тапҡандарҙың йәше уртаса 26-ға тиң, ауылдарҙа – 24,5. Икенсе балаға уҙған әсәләр йәше 30 тирәһе булһа, өсөнсө һәм унан күберәк тыуҙырғандарҙыҡы 32,5 йәш.
Автор фотоһы.
Читайте нас