Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был оло ваҡиға уңайынан милли ойошма эшендә әүҙем ҡатнашҡандар фекерҙәрен уртаҡлаша. Шулай уҡ ҡоролтай етәкселәренең, ағзаларының фекерҙәрен дә сағылдырырбыҙ. Тәүге әңгәмәсебеҙ Нефтекама ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Азат ҮТӘКӘЕВ:
- Беҙҙең төбәктең үҙенсәлеге төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының көслө ассимиляцияға бирелеүе, ошо төбәктәге башҡорт ауылдары мәктәптәрендә күп йылдар уҡытыу татар телендә алып барылыуы тора. Башҡарма комитет алдында торған мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала халҡына ошо турала тарихи ысынбарлыҡты еткереү мәсьәләһе булды. Беҙ ошо турала аңлатыу эштәрен ҡала гәзиттәре биттәрендә, төрлө осрашыуҙарҙа алып барҙыҡ һәм әле лә алып барабыҙ. Ҡоролтай эштәренең беренселәре булып ҡалабыҙҙа башҡорт телендә гәзит сығарыу булды, башта ул гәзиттең исеме “Нефтекама яңылыҡтары” ине, һуңынан “Кама тулҡындары” тип аталды. Ә бөгөн ул “Ҡурай” исеме менән сыға һәм ул Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәктәрендә таратыла. Шул уҡ ваҡытта Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзалары Нефтекамала башҡорт гимназияһы асыу тураһында һүҙ күтәрҙе һәм ҡалала гимназия асыу өсөн ата-әсәләр араһында, ябай нефтекамалылар араһында ҡултамғалар йыйыу эшен киң йәйелдереп ебәрҙе. Ҡалабыҙҙа Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы, филология факультетының башҡорт бүлеге, Нефтекама филармонияһы, Башҡорт гимназияһы асылыуҙары, “Кама тулҡындары” гәзите сыға башлауы – эшебеҙҙе бермә-бер йәнләндерҙе. Әммә бөгөн филиалда һәм педагогия коледжында башҡорт бүлегенең ябылыуы күңелде ҡыра. Дөрөҫ, ошо йылдар эсендә филиал әҙерләп сығарған юғары квалификациялы кадрҙар әле мәктәптә уҡыусыларға башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәтә, ярайһы яҡшы кимәлдә белем бирә һәм милләтебеҙҙең артабан үҫеүенә булышлыҡ итә. Заман талабы булһа, уны асырға мөмкиндер, тип уйлайым.
Ошо уҡ йылдарҙа граждандарҙың этномәҙәни өлкәлә конституцион хоҡуҡтарын бойомға ашырыу маҡсаты менән Башҡортостанда бер нисә ҡануни һәм хоҡуҡи-норматив акттар (документтар) ҡабул ителде. Уларҙа милли мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙың төрлө аспекттары сағылыш алған. Бында “Мәҙәниәт тураһында”, “Мәғариф тураһында”, “Милли-мәҙәни үҙәктәр тураһында” һ.б. закондар күҙ уңында тотола. Миҫал итеп беҙ үткәргән бер сара тураһында әйтеп китәһе килә. Ҡалабыҙҙың тарихын өйрәнгән Фәнил Шәрипов миңә 2008 йыл башында Халиҡов Муллаян Дәүләтша улының яҡты исемен яңынан тергеҙеү өсөн Нефтекама ҡалаһында ҙур конференция үткәреү тураһында мөрәжәғәт итте. Бөтә донъя башҡорттары башҡарма комитеты, Башҡорт дәүләт университеты тарихсылары, ғалимдар беҙҙең был эште хупланы һәм 2008 йылдың апрелендә бик матур конференция үткәрелде. Ошо сараның йөкмәткеһе булып Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында үлгәндән һуң Халиҡов Муллаян Дәүләтша улына “Алтын ҡурай” орденын тапшырыу булды. Ул орденды Шәрипов Фәнил Йәмғеттин улына тапшырҙылар, ә хәҙер ул бүләк беҙҙең Милли музейыбыҙҙа һаҡлана.
Тағы ла бер сара тураһында әйтеп китәһе килә – беҙҙең ҡалала Башҡортостанда беренселәрҙән булып 2017 йылда башҡорт йәштәре ҡоролтайы ойошторолдо, һәм ул ойошманың рәйесе итеп Йәһүҙина Айгөл Салауат ҡыҙы һайланды. Йәштәр ҡоролтайы Нефтекамала бик күп саралар үткәрә. Бер генә миҫал – йыл һайын йәштәр ҡоролтайы ағзалары ҡала спорт комитеты менән берлектә Илдархан Мутин исемен йөрөткән футбол буйынса бәйгеләр уҙғара. Был сараларҙа Нефтекама ҡалаһы футболсылары ғына түгел, башҡа ҡалаларҙан да футбол командалары ҡатнаша. Бөтә донъя ҡоролтайының егерме биш йыллыҡ юбилейы алдында мин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе рәйесе Нияз ағай Мәжитовты иҫкә алыр инем. Ул ҡоролтай эшен ете йыл дауамында бик рухлы алып барҙы.