Халыҡ иҫәбен алыу
30 Сентябрь 2020, 16:30

Бында – илебеҙ һәм республикабыҙ тарихы

Бөгөн Өфөлә “Милли архивта халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы документтар” тип аталған күргәҙмә асылды.

Бөгөн Өфөлә “Милли архивта халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы документтар” тип аталған күргәҙмә асылды. Тантаналы сараны Архив эштәре буйынса идаралыҡ директоры урынбаҫары Ниязбай Сәлимов алып барҙы. Тап уның етәкселеге аҫтында был документтарҙы асыҡлау һәм күргәҙмәне әҙерләү эше алып барылғайны.
Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Илһам Фәтҡуллин сарала ҡатнашҡандарҙы сәләмләне.
"Рәүиз мәғлүмәттәрен нормативтарға ярашлы һаҡлау, бөтә яҡлап өйрәнеү һәм файҙаланыу – беҙҙең төп бурыс", – тине ул.
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин да күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм дәүләт тормошонда халыҡ иҫәбен алыуҙың әһәмиәте тураһында һөйләне. Ул Милли архив хеҙмәткәрҙәренә йөкмәткеле күргәҙмә ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе.
"Крайҙы өйрәнеүсе һәм статист Николай Барсовтың тыуыуына 120 йыл тулыу алдынан республикала тарихсылар, статистар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, библиографтар эшен әүҙемләштерергә кәрәк. Юбилей саралары киң үтергә тейеш", – тине Рөстәм Ғатауллин.
Күргәҙмә буйлап экскурсияны бүлек етәксеһе урынбаҫары, тарих фәндәре кандидаты Ф. Закирова үткәрҙе. Ул ҡунаҡтарҙы документтар менән таныштырҙы, унда рәүиз мәғлүмәттәре, метрика китаптары, устав грамоталары, төрлө йылдарҙа халыҡ иҫәбен алыу материалдары тәҡдим ителә.
Күргәҙмәлә үҙәк урынды Николай Барсовтың шәхси фонды материалдары биләне: таблицалар, диаграммалар, 1864 - 1939 йылдарҙа Өфөлә, 1920, 1926, 1939 йылдарҙа Башҡортостан буйынса үткән халыҡ иҫәбен алыуҙың дөйөмләштерелгән һөҙөмтәләре. Шулай уҡ Рәсәй халыҡтары этнографияһы альбомдары материалдары – башҡорттар, рустар, мариҙар, сыуаштар һәм башҡа милләт вәкилдәренең һүрәттәре, милли кейемдәре лә күргәҙмәне биҙәне. БАССР-ҙың Статистика идаралығы һәм уның район-ҡалаларҙағы бүлексәләрендә халыҡ иҫәбен алыу эшмәкәрлеге тураһындағы фотодокументтар йөкмәткене тағы ла байытты.
1920 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға 100 йыл тулыуға арналған был күргәҙмә архив документтары буйынса әҙерләнгән, ул илебеҙ, республикабыҙ тарихын сағылдыра. Күргәҙмә Милли архивтың күргәҙмәләр залында – Өфө ҡалаһы К. Маркс урамы, 4 адресы буйынса эшләй.
Фото: archive.bashkortostan.ru
Читайте нас