Быйыл октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уҙырға тейеш ине. Тик коронавирус инфекцияһына бәйле килеп тыуған хәл сәбәпле, был сара 2021 йылдың апреленә күсерелде.
Халыҡ иҫәбен алыу – бик мөһим сара. Уның төп бурысы – илдең һәм республикабыҙҙың артабанғы йәшәйеш перспективаларын билдәләү өсөн рәсми статистика мәғлүмәте булдырыу. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре дәүләт һәм йәмғиәттең үҫеш стратегияһын, фараздарын, пландарын төҙөү өсөн кәрәк. Уларһыҙ төплө, нигеҙле идара итеү ҡарарҙары ҡабул итеп булмаясаҡ. Бынан тыш, халыҡ, уның көнкүреш шарттары тураһында мөһим мәғлүмәт бюджет процесын мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк ойоштороуға булышлыҡ итәсәк.
Бөгөн республиканың һәр район һәм ҡалаһында ошо кампанияға әҙерлек бара. Учалы районында был тәңгәлдә ниҙәр эшләнә? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән Башстаттың Учалы ҡалаһындағы бүлексәһе етәксеһе Аида САДИҠОВАҒА мөрәжәғәт иттек.
– Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек былтыр апрель айында уҡ башланды. Кампанияға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса махсус комиссия төҙөлдө. Адрестар хужалығы юлға һалынды, яңы барлыҡҡа килгән урамдар, яңы йорттар дөйөм базаға индерелде, ауыл урамдарының исемдәре аныҡланды. Бынан һуң ауыл биләмәләре беҙгә биргән исемлектәрҙә күрһәтелгән йорттарҙың номерын федераль мәғлүмәти адрес системаһындағы мәғлүмәттәр менән сағыштырҙыҡ.
Шулай уҡ теркәүселәрҙе уҡытыуҙы ойошторҙоҡ, улар йорттар буйлап йөрөп сыҡты, адрестарҙы аныҡлап, уларҙы картографик материал менән сағыштырҙы, булған үҙгәрештәрҙе теркәне. Мәҫәлән, яңы һалынған йорттар тураһында мәғлүмәттәр индерелә, һүтеп алынған йәки янған өйҙәр исемлектән алып ташлана.
Шулай уҡ иҫәп алыусылар өсөн картографик материалдарҙы тиражлау, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһының махсус программаһында һанлы карталар булдырыу буйынса ҙур эш башҡарылды.
– Буласаҡ кампания башҡаларынан ниндәй үҙенсәлектәре менән айырыла?
– Элекке халыҡ иҫәбен алыу сараларында иҫәпсе һәр йорт, фатир буйлап йөрөнө, киләһендә лә был төп ысул буласаҡ. Тик, үткәненән айырмалы рәүештә, ауыл биләмәләрендә стационар иҫәп алыу участкалары ойоштороласаҡ. Әгәр кемдер йортона йә фатирына ситтәрҙең килеүен теләмәһә, стационар иҫәп участкаһына барып, үҙе хаҡында мәғлүмәт бирә ала.
Икенсенән, 2021 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу сараһы тәүге тапҡыр интернет аша үткәрелә, һәр кем Дәүләт хеҙмәттәре (Госуслуги) порталы аша анкета һорауҙарына үҙаллы яуап бирә ала.
– Анкетала ниндәй һорауҙар ҡаралған?
– Һорауҙар рәсми рәүештә раҫланған. Дөйөм алғанда, улар элеккеһенән әллә ни айырылмаясаҡ.
Шуны ла әйтеп үтеү мөһим: халыҡ иҫәбен алыу теркәлгән урын буйынса түгел, ә ғәмәлдәге йәшәгән ерҙә үткәрелә, шуға күрә регистраторҙарҙан алынған мәғлүмәт, ентекле анализланып, адрес хужалығы базаһын һәм картографик
материалдарҙы яңыртыу өсөн ҡулланылды. Был карталар халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙә файҙаланыласаҡ.
– Районда барлығы нисә иҫәп алыу участкаһы эшләйәсәк һәм нисә иҫәп алыусы йәлеп ителәсәк?
– Барлығы 21 участка буласаҡ, шуларҙың 10-ы – ауылдарҙа, 11-е – ҡалала. Иҫәп алынасаҡ һәр биләмәгә алты-ете иҫәп участкаһы тура килә. Уларҙа халыҡ һаны 498-ҙән алып 603-кә тиклем буласаҡ, шуға күрә халыҡ һаны күп булған ауыл-ҡасабалар бер нисә иҫәп участкаһына бүленде.
Район буйынса статистика сараһына һәммәһе 171 кеше йәлеп ителәсәк, шуларҙың 129-ы – иҫәпсе-хеҙмәткәрҙәр, 21-е – контролерҙар, тағы ла 21-е стационар участкаларҙа эш алып барасаҡ.
Бөгөнгө көнгә ауылдарҙа иҫәп алыусылар билдәләнгән, ҡалала 61 кеше һайлап алынған, үткән кампанияла эшләгән кешеләр йәнә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Хеҙмәткәрҙәрҙе йәлеп итеү эше дауам итә.
– Кемдәр иҫәп алыусы булып эшләй ала, уларға ниндәй талаптар ҡуйыла?
– 18 йәше тулған, кешеләр менән итәғәтле итеп һөйләшә белгән, урта йәштәрҙәге кешеләргә өҫтөнлөк бирелә, сараға йәлеп ителгән хеҙмәткәр компьютерҙы яҡшы белергә тейеш, сөнки яуаптар планшетта теркәләсәк бит. Урындарҙа хакимиәттәр ауыл тормошо һәм халыҡтың көнитмеше менән яҡындан таныш булған, ауылдаштары менән уртаҡ тел таба белгән кешеләрҙе тәҡдим итте.
– Иҫәп алыусылар сифатында һәр төрлө мутлашыусыларҙың да килеүе ихтимал. Ысын иҫәп алыусыларҙы нисек танырға?
– Уларҙың барыһында ла Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу хеҙмәткәре танытмаһы буласаҡ. Ул паспорт булғанда ғына ғәмәлдә.
Иҫәпсе яҡтылыҡты ҡайтарғыс элементтар йәбештерелгән һәм халыҡ иҫәбен алыу эмблемаһы төшөрөлгән еңһеҙ өҫ кейемендә һәм шарфта булырға тейеш. Бынан тыш, ул планшет һәм бланкылар һалыу өсөн “Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте” тигән яҙыулы күк төҫтәге портфель, ҡараңғыла эшләү өсөн махсус фонарь менән дә тәьмин ителәсәк.
Шикләнһәгеҙ, иҫәп алыу участкаһына шылтыратып, иҫәпсенең шәхесен аныҡларға була йәки, участкаға үҙегеҙ барып, һорауҙарға яуап бирергә мөмкин. Халыҡ иҫәбен алыу участкаларының адрестары һәм телефондары гәзиттәрҙә баҫыласаҡ.
– Иҫәп алыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өлкәһендә ниҙәр эшләнәсәк?
– Урамдарҙы, подъездарҙы яҡтыртыу, берәҙәк эттәрҙе аулау, иҫәп алыусыларҙы төпкөлдәге ауыл ерҙәренә алып барыу өсөн транспорт бүлеү һәм башҡа мәсьәләләр – урындағы үҙидара органдары яуаплылығында. Әйткәндәй, элекке кампаниялар уҙған ваҡыт менән сағыштырһаң, районда урамдарҙы яҡтыртыу проблемаһы ыңғай хәл ителә.
– Аида Фуат ҡыҙы, сер түгел, ҡайһы бер кешеләр был сараға етди ҡарамай. Уларға, ғөмүмән, гәзит уҡыусыларға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Ил кимәлендәге мөһим иҫәп алыу сараһында һәр кем ҡатнашырға бурыслы, тип һанайым һәм республикабыҙҙа йәшәгән барлыҡ кешеләрҙе шуға саҡырам. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу – кешенең әүҙем йәмәғәт позицияһын һәм граждан булараҡ өлгөрөүен раҫлаусы дәлил.
Беҙҙең барыбыҙҙы ла лайыҡлы хеҙмәт шарттары, социаль тәьминәт, сифатлы һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу ҡыҙыҡһындыра. Дәүләткә дөрөҫ һәм ғәҙел ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырырға ярҙам итергә кәрәк. Бының өсөн халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу, иҫәп алыусының һорауҙарына яуап биреү мотлаҡ. Был 15 минуттан артыҡ ваҡытты алмаясаҡ, әммә илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһаясаҡ.