Халыҡ иҫәбен алыу
20 Декабрь 2020, 13:00

Иҫәп алыусыны нисек танырға?

Уларҙы кешеләр алдан уҡ танып торһон өсөн видеояҙма ла әҙерләнде.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланыуға 100 көн самаһы ҡалып килә. 2021 йылдың апрелендә күп йорттарға иҫәп алыусылар киләсәк. Уларҙы нисек танырға?
Алыҫтан күренеп торған айырма: халыҡ иҫәбен алыу логотибы һәм утты сағылдырған элементтары булған рәсми бишмәт, шарф һәм “Росстат” яҙыулы сумка.
Иҫәп алыусының исем-шәрифтәре яҙылған, голограммаһы һәм “Росстат” етәксеһе ҡултамғаһы ҡуйылған танытма.
Иҫәп алыусынының һанлы бланктарҙы тултырыу өсөн үҙе менән планшет-компьютеры.
Иҫәп алыусы өйгә битлектә һәм бирсәткәлә инәсәк.
Уларҙы кешеләр алдан танып торһон өсөн һүрәтләүсе видеояҙма ла әҙерләнгән.
Фото: скриншот.
Читайте нас