Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
18 Ғинуар 2021, 11:00

Радик Юлъяҡшин үҙенең милләтен кем тип яҙҙыртасаҡ?

Татарстанда уҙған матбуғат конференцияһында ошондай һорау биргәндәр.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу яҡынлашҡан һайын ошо темаға ҡағылышлы сығыштар, һорауҙар арта бара.
“Татар информ” мәғлүмәт агентлығындағы бер матбуғат конференцияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшинға “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа һин үҙеңде кем тип яҙҙыртырһың икән?” тигән һорау бирелә.
Иҫкәртеп үтәбеҙ: 2020 йылдың октябрендә уҙырға тейеш Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы илдәге пандемияға бәйле күсерелде – ул быйыл апрелдә уҙасаҡ.
– Үҙемде “башҡорт” тип яҙҙырам, сөнки Башҡортостанда тыуғанмын, үҙем башҡорт һәм телем башҡорт, рухым башҡорт, йөрәгем башҡорт, – тип бик лайыҡлы яуап бирә йырсы.
Билдәле яҡташыбыҙ Өфө ҡалаһының Черниковка биҫтәһендә тыуған, ә тамырҙары Ғафури районына барып тоташа. Ул V класҡа тиклем тик башҡортса ғына һөйләшкән, рус телен йүнләп белмәгән.
Әгәр һеҙҙең тарихи тамырҙарығыҙҙы белгегеҙ килһә, быны “Башархив” проекты аша (https://basharchive.ru/) эшләй алаһығыҙ.
Фото: ok.ru
Читайте нас: