Халыҡ иҫәбен алыу
15 Февраль 2021, 19:45

Өфөлә ҙур форум бара

Унда милләт-ара, конфессия-ара мөнәсәбәттәр, халыҡ иҫәбен алыу һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тикшерелә.

14-16 февралдә Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында “Башҡортостанда дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу – бурыстар һәм перспективалар” тип аталған төбәк форумы үтә.
Уның эшендә Рәсәй Йәмәғәт палатаһының милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыу буйынса комиссия рәйесе Владимир Зорин, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Михаил Мишин, агентлыҡтың милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә мониторинг идаралығы начальнигы Абдулгамид Булатов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов, республика Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов һәм башҡалар ҡатнаша.
Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов белдереүенсә, Башҡортостан райондарында муниципаль властар “Этноконфессиональ паспорт” индерәсәк. Ул Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ тарафынан милли һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе мониторинглау буйынса дәүләт системаһына ярашлы һәм конфликтлы хәлдәрҙе алдан иҫкәртеү маҡсатында эшләнгән. Әле система апробация үтә, февраль аҙағына тиклем тулы ҡеүәттә эшләй башлаясаҡ.
Системаға барлыҡ власть органдары, ҡала һәм райондар ҡушыласаҡ. Үҙәк эксперттары муниципаль берәмектәрҙәге хәлдәрҙе баһалаясаҡ. Айырым алғанда, өс төп төркөм бүленгән, ә муниципалитеттар шартлы рәүештә этноконфессиональ хәүефтең кимәленә, характерына ҡарап, “йәшел”, “һары”, “ҡыҙыл” зоналарға бүленгән.
Үҙәк эшмәкәрлегенә туҡталып, Марат Мәрҙәнов, 2020 йыл башында һорау алынған кешеләрҙең күпселеге (87,9 процент) республикала милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе “шәфҡәтле”, “нормаль һәм низағһыҙ” тип баһалаған, тине. Ә бына йыл аҙағына был күрһәткес бер аҙ түбәнәйеп, 83,4 процентҡа еткән.
Бынан тыш, күптәр ниндәй ҙә булһа милләткә ҡарата кире тойғолар кисермәй һәм һуңғы йылдарҙа милләт-ара мөнәсәбәттәр әллә ни үҙгәрештәргә дусар булмаған тип иҫәпләй. Башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата кире тойғолар тураһында күберәге ҙур ҡалаларҙа йәшәгән кешеләр әйткән. Был башлыса 25-30 һәм 31-40 йәшлектәргә хас.
Дөйөм алғанда, үҙәктең һорауламалары һөҙөмтәһендә асыҡланыуынса, милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәр төбәктең көнүҙәк проблемаларына ҡарамай, улар социаль проблемаларҙан ныҡ ҡына артта ҡала.
"Башҡортостан – милләт-ара, дин-ара мөнәсәбәттәр йәһәтенән бик ҡыҙыҡлы төбәк. Унда илебеҙҙең үҙенсәлектәре берләшкән. Беренсенән, республикала өс ҙур халыҡ тупланған. Башҡорттар ҙа, рустар ҙа, татарҙар ҙа – илдең ете миллионлы халҡы араһында. Республика халыҡтары мөхите күп яҡтан дөйөм Рәсәйҙеке кеүек. Шуныһы ла мөһим - Башҡортостанда этносәйәси процестар менән идара итеү моделенә комплекслы ҡараш һәм бөтә кимәл властарының координациялы эшмәкәрлеге хас", – тине Владимир Зорин.
“Башҡортостан һәр ваҡыт тәүге ун төбәк исемлегендә булды. Күп субъекттарға бындай милли сәйәсәттең үҫеше һәм мәсьәләләрҙең нисек хәл ителеүенә өйрәнергә кәрәк. Үҙ функцияларығыҙҙы тик субъекттарҙағы коллегалар һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттары менән хеҙмәттәшлек итеп кенә һөҙөмтәле тормошҡа ашыра алаһығыҙ", – тине Абдулгамид Булатов.
Ә Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Михаил Мишин халыҡтар ассимиляцияһына бәйле процесҡа ҡарата фекерен белдерҙе.
"Беҙҙең йәмғиәттә социаль трансформация бара, һәм әле күп мәсьәләләр артыҡ сәйәсиләштерелә. Башҡортостандың, башҡа төбәктәрҙән айырмалы, күп төрлө халыҡ йәшәүҙең ҙур тарихи тәжрибәһе бар. Улар быуаттар буйы бер-береһен байытып торған. Төрлө төркөмдәрҙә булған кеше яңы нәмә үҙләштерә. Һәм ул аныҡ бер этносҡа ғына ҡарай тип әйтеү мөмкин түгел. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ниндәйҙер бер милләт аҫтында ғына яҙылыуға агитация үткәреү – ҙур хата. Киләсәктә бындай сарала өтөр аша бер нисә милләтте күрһәтеп буласаҡ. Рәсәй Фәндәр академияһының Этнология һәм антропология институты халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса анализ үткәрәсәк һәм һорауҙарға комплекслы яуап бирәсәк. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда хәл тотороҡло, етәкселек милли мәсьәләне хәл итеүгә ҙур иғтибар бүлә. Шулай уҡ республиканың дини белем биреү йәһәтенән дә ҙур уңыштары бар", – тине Михаил Мишин.
“Ассимиляция бөтөн донъяла бара. Рәсәй өсөн ул бер ҡасан да дәүләт сәйәсәте мәсьәләһе булманы. Ассимиляция – һәр кешенең һайлауы. Был фән менән аңлатыла, рациональ һайлау теорияһы бар. Кеше үҙенә ҡайҙа уңайлы - шуны һайлай. Шуныһы мөһим – ассимиляция мәсьәләһе дәүләт тарафынан дәртләндерелмәй. Беҙҙең институт барлыҡ мәғлүмәттәрҙе бер таблицала туплаясаҡ, был ни бары властар мәҙәниәт, белем биреү һәм башҡа мәсьәләләрҙе алдан планлаштыра алһын өсөн генә кәрәк. Халыҡ иҫәбен алыуҙың төп бурысы – иң ҙур социологик тикшеренеү”, – тине Владимир Зорин.
Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа киң матбуғат сараларының роле тураһында һөйләне. Әле Башҡортостанда алты телдә 146 баҫма сыға: башҡорт (45), рус (63), татар (32), сыуаш (2), мари (3), удмурт (1).
"Улар аудиторияның ҙур сегменттарын үҙ эсенә ала: ижтимағи-сәйәси, балалар, йәштәр, әҙәби-нәфис, махсуслаштырылған. Шулай уҡ алты телдә 153 сайт эшләй. Ай һайын уларҙы 14 миллион тапҡыр ҡарайҙар, 3,6 миллион ҡулланыусы инә. Баҫма киң матбуғат сараларының милли сайттары аудиторияһы – айына 400 меңдән ашыу. Уларҙың бөтәһенең дә социаль селтәрҙәрҙә аккаунттары бар. Был туған телдә онлайн-аралашыу, конструктив повестка формалаштырыу майҙансығы. Былтыр милли баҫмаларҙың 900 мең яҙылыусыһы булды", – тине Марат Ғәзизов.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас