

Нимә һуң ул халыҡ иҫәбен алыу һәм ул ниндәй маҡсатта үткәрелә? Халыҡ иҫәбен алыуҙа ниндәй уртаҡ ҡағиҙә бар һәм кемдәр иҫәпкә алына? Иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарын тултырғанда, ниндәй ҡыйынлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал? Беҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табыу маҡсатында Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе Әкрәм Мөхәмәт улы ҒӘНИЕВкә мөрәжәғәт иттек.
– Әкрәм Мөхәмәт улы, илдә һәм барлыҡ донъяла пандемия ҡотора. Ошондай хәүефле шарттарҙа илдә халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын кисектереп торорға буламы?
– Юҡ, сөнки ул – мөһим сәйәси әһәмиәткә эйә ваҡиға, шуға ла беҙ уны үткәрергә тейеш. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының статистика комиссияһы һәр ун йыл һайын халыҡ иҫәбен алыу буйынса раунд иғлан итә. Ошо арауыҡта яңы быуын граждандары үҫеп, оло тормош юлына баҫырға өлгөрә. Әлеге ваҡытта 2020 раунды иғлан ителгән.
– Быйыл үткәреләсәк халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы алдағыларынан нимәһе менән айырыла?
– Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2021 – Рәсәйҙә үткәрелгән тәүге һанлы кампания. Респонденттар өсөн электрон иҫәп алыу ҡағыҙҙарын үҙаллы “Дәүләт хеҙмәте” порталында тултырыу мөмкинлеге булдырыла, халыҡ иҫәбен алыусылар планшеттар менән тәьмин ителә. Иҫәп алыу ҡағыҙҙары үрҙә әйтеп кителгән ысулдарҙы ҡулланып булмаған айырым осраҡтарҙа ғына файҙаланыласаҡ.
Тулы сифатлы мәғлүмәт алыу өсөн түбәндәге төп принциптарҙы үтәү мөһим:
Беренсенән, даимилек. Халыҡ иҫәбен алыу ун йылға бер тапҡыр үткәрелә. Был демографик үҙгәрештәрҙе күҙ уңында тотоп, дәүләт программаларын эшләргә һәм уларға төҙәтмәләр индерергә булышлыҡ итә.
Икенсенән, халыҡ тураһында мәғлүмәт йыйыу бер үк мәлдә башҡарыла, уны йыйыу ваҡыты Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнә.
Өсөнсөнән, үҙбилдәләнеш. Иҫәп алғанда яуап биреүселәргә үҙе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе документтар менән раҫлау бурысы ҡуйылмай, яуаптар респонденттың әйтеүе буйынса яҙыла.
Дүртенсенән, дөйөмлөк. Рәсәй Федерацияһының барлыҡ граждандары ла, сит илдән килгәндәр һәм гражданлығы булмағандар, илдә даими йәшәүселәр, шулай уҡ халыҡ иҫәбен алыу мәлендә Рәсәйҙә булған башҡа илдәрҙең граждандары ла иҫәпкә алына.
Бишенсенән, конфиденциаллек. Иҫәпкә алыу барышында тупланған мәғлүмәттәр Росстатҡа исемһеҙ ебәрелә, өсөнсө кешеләргә тапшырылмай һәм респонденттарҙы идентификациялау өсөн файҙаланылмай.
Бөтә һорауҙар халыҡты иҫәпләү мәленә ҡарата бирелә. Мәҫәлән, халыҡ иҫәбен алыу ваҡытынан (2021 йылдың 1 апрелендә 0:00 сәғәттән) һуң тыуғандарҙы иҫәпкә алырға кәрәкмәй, ә иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарын тултырған мәлгә үлгән, ләкин иҫәпкә алыу ваҡытында иҫән булғандарға иҫәп документтарын тултырырға кәрәк.
Рәсәй Федерацияһы территорияһында даими йәшәгән бөтә халыҡ (гражданлығына ҡарамай), шулай уҡ ваҡытлыса илдә булмағандар ҙа, иҫәпкә алынырға тейеш. Даими рәүештә башҡа дәүләттә йәшәп, халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында Рәсәй биләмәһендә булған кешеләр ҙә ҡыҫҡартылған программа буйынса иҫәпкә алына.
– Иҫәпкә алыу ҡағыҙҙары ниндәй төрҙә буласаҡ?
– Бөтә Рәсәй иҫәп алыуындағы һорауҙарға яуаптар Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең ҡарары менән 2019 йылдың 8 ноябрендә раҫланған (2020 йылдың 27 июнендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 943-сө ҡарары редакцияһында) иҫәп алыу ҡағыҙҙарына яҙыла – улар Л, П, В формалары тип атала.
Өлгөләр:
Л формаһы – иҫәпкә алыуҙың төп документы. Унда респонденттарҙың социаль-демографик һәм социаль-иҡтисади хәле (енесе, йәше, никахта булыу-булмауы, йәшәгән урыны, телдәрҙе белеүе, гражданлығы, милләте, белеме, килем сығанағы, мәшғүллеге һ.б.) тураһында – бөтәһе 23 һорау бар. Торлаҡта даими йәшәгәндәргә (ваҡытлыса урында булмағандарҙы ла иҫәпкә алып) һәр береһенә айырым тултырыла.
П формаһында ун һорау. Был формаға торлаҡ (өй), ошо торлаҡта йәшәүсе һәр йорт хужалығының торлаҡ шарттары тураһында һорауҙар ингән. Форма һәр торлаҡ бинаға ҡарата тултырыла.
В формаһы халыҡ иҫәбен алыу мәлендә ваҡытлыса Рәсәй Федерацияһы территорияһында булған һәм даими рәүештә Рәсәй Федерацияһынан ситтә йәшәгән граждандар өсөн. Был формала ете һорау.
Халыҡ даими йәшәгән торлаҡта, йәғни тәүлек һайын төнгө ялының күп өлөшөн үткәргән урында иҫәпкә алына. Был урын респонденттың теркәлгән адресы менән тап килеүе лә, килмәүе лә ихтимал.
– Белгестәр фекеренсә, ҡайһы бер һорауҙарға яуап биреү иҫәпкә алыныусыларҙа ҡыйынлыҡ тыуҙырыуы ихтимал. Шуға ла иҫәпкә алыу ҡағыҙҙары менән танышып сыҡтым. Һорауҙар, минеңсә, ҡатмарлы түгел. Шулай ҙа миңә, халыҡ иҫәбен алыуҙа тәүге тапҡыр ҡатнашыусы булараҡ, ҡайһы бер һорауҙар аңлашылып етмәне. “Л” формаһы иҫәп алыу ҡағыҙындағы респондентҡа ҡыйынлыҡ тыуҙырыуы ихтимал булған һорауға аңлатма бирһәгеҙ ине. Бына, мәҫәлән, “Йорт хужалығында туғанлыҡ мөнәсәбәттәре” һорауын ҡарайыҡ. Күптәргә “йорт хужалығы” һүҙе бик үк аңлашылып та етмәйҙер, тип уйлайым.
– Йорт хужалығы – бер торлаҡ бинала уртаҡ бюджет менән йәшәгән, уртаҡ хужалыҡ алып барған кешеләр. Бер йорт хужалығына туған һәм туған булмағандар инә ала. Ата-әсәһе менән бергә йәшәгән һәм уртаҡ хужалыҡ алып барған балалар ата-әсәһе менән бер йорт хужалығына инә. Ғаилә (шул иҫәптән бер кешенән торғаны ла) айырым йорт хужалығы йәки йорт хужалығы өлөшөн тәшкил итеүе мөмкин.
Торлаҡты ҡуртымға алып йәшәүселәр йорт хужалығы составына инмәй. Әгәр торлаҡтан уртаҡ хужалыҡ алып барыусы бер нисә кеше файҙалана икән, улар бер йорт хужалығына ҡарай. Учреждениелар ҡарамағындағы йорттарҙа йәки фатирҙарҙа (бүлмәләрҙә) ғаиләһе менән йәки ғаиләһеҙ йәшәүселәр айырым йорт хужалығын тәшкил итә. Йорт хужалығындағы туғанлыҡ мөнәсәбәттәре беренсе булып яҙылыусыға кем булыуына ҡарап тултырыла.
“Ҡатын, ир” – йорт хужалығында беренсе булып яҙылған кешегә ҡарата никахта йәки никахһыҙ йәшәүсе парҙар, шулай уҡ үҙҙәрен “гражданлыҡ ҡатыны (ире)”, “буласаҡ ҡатыны (ире)”, “кәләш (кейәү)”, “ҡыҙы (егете)”, “яратҡан кешеһе” тип аталған кешеләр.
“Ҡыҙ, ул” – үҙенең һәм үҙенеке булмаған, шул иҫәптән уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алынғандар, үгәй балалар. “Әсәй, атай” – ата-әсәләр, шул иҫәптән үгәй атай, үгәй әсәй. “Апай, ағай” – туған һәм туған булмағандар. “Ҡәйнә, ҡайны, бейем” – беренсе булып яҙылған зат өсөн ир/ҡатындың (теркәлгән йәки теркәлмәгән никахта) ата-әсәһе.
“Килен, кейәү” – беренсе булып яҙылыусыға ҡарата улыңдың /ҡыҙыңдың ҡатыны/ ире (теркәлгән һәм теркәлмәгән никахта).
“Өләсәй, олатай” – беренсе булып яҙылыусының туған һәм туған булмаған өләсәһе йәки олатаһы. “Ейәнсәр, ейән” – беренсе булып яҙылыусыға туған йәки туған булмаған балаларының, шул иҫәптән үгәй баланың да балалары. “Икенсе туғанлыҡ дәрәжәһе” – өҫтә әйтелмәгән башҡа туғандар, мәҫәлән, бер туғандың улы, ҡыҙы, ҡайнаға, ҡәйнеш, балдыҙ, ҡайынбикә, бажа, ике туған, өс туған ағай, апай, ҡарт олатай, ҡарт өләсәй, бүлә, бүләсәр һәм башҡалар.
“Туған түгелдәр” – беренсе яҙылыусыға ҡарата бер ниндәй туғанлыҡ мөнәсәбәттәрендә тормай, әммә торлаҡ менән ваҡытлыса файҙаланыусыларҙан тыш, бергә йәшәй (ялланған хеҙмәткәр йәки бағыусылыҡ, патронаж менән бәйле зат).
– Иҫәпкә алыу ҡағыҙында тел, милләт тураһында бер нисә һорау бар. Социаль селтәрҙәрҙә төрлө фекер йөрөй. Бер ҡатмарлылығы ла юҡ, минеңсә, шулай ҙа аңлатып үтһәгеҙ ине. Миҫалға, “Рус телен беләһегеҙме?” тигән һорауға нисегерәк яуап бирергә?
– Яуап “эйе” йәки “юҡ” булырға тейеш. Телде белеү ошо телдә һөйләшә йәки уҡый алыу, йәки аңлау тигән һүҙ.
Һөйләшә белмәгән кешеләр, шул иҫәптән теле сыҡмаған балалар менән башҡалар рус телендә аралаша икән, улар был телде белә тип яҙыла.
“Ниндәй сит телдәрҙе беләһегеҙ?”
Мәғлүмәт иҫәпкә алыныусының йәшенә ҡарамайынса тултырыла. Әгәр ҙә иҫәпкә алыныусы бер нисә тел белә икән, һәр тел айырым күрһәтелә.
“Көндәлек тормошта уларҙың ҡайһыһын ҡулланаһығыҙ?”
Иҫәпкә алыныусы шәхси аралашҡанда аңлаған телде ҡуллана.
“Һеҙҙең туған телегеҙ?”
Туған тел – иҫәпкә алыныусының телде белеүе кимәленә һәм уны ҡулланыуы даирәһенә ҡарамай, үҙенең туған теле тип билдәләгән тел. Йәки ул бала саҡта үҙләштергән йәки ғаиләлә һөйләшкән тел булырға мөмкин. Туған тел халыҡтың (этностың) атамаһына тап килергә лә, килмәҫкә лә мөмкин. Туған тел респондент белгән телдәр менән тап килергә лә, тап килмәҫкә лә мөмкин. Баланың туған телен ата-әсәһе билдәләй.
“Милләтегеҙ?”
Бөтәһенә лә, шул иҫәптән балаларға ла йәшенә ҡарамайынса тултырыла. Был һорауға яуап иҫәпкә алыныусының үҙбилдәләнеше буйынса Рәсәй Федерацияһының 26-сы статьяһына ярашлы яҙыла: “Һәр кем милләтен үҙе билдәләй һәм күрһәтә”. Артабан шунда уҡ “Бер кемгә лә милләтен күрһәтеүҙә ирекһеҙләү булырға тейеш түгел” тиелә. Әгәр ҙә респондент милләте тураһындағы һорауға яуап бирмәй икән, “яуап бирмәүҙе хуп күрә” йәки “яуап бирергә ҡыйынһына” тигән һәм башҡа аңлатма бирелә. Әгәр ҙә иҫәпкә алыныусы бер нисә милләткә эйә икән, һәр ҡайһыһы күрһәтелә.
14 йәшкә тиклемге балаларҙың, шулай уҡ юридик яҡтан хоҡуҡһыҙ кешеләрҙең милләтен ата-әсәһе (уллыҡҡа, аҫрауға алыусылар йәки тәрбиәләүселәр) күрһәтә.
– Иҫәпкә алыу ҡағыҙында донъя көтөүҙәге табыш сығанаҡтары тураһында ла һорау бар. Быны нисек аңларға һәм нисек яуап бирергә?
– Иғтибар итегеҙ, һорау килем сығанаҡтары һәм күләме тураһында түгел, ә сығанаҡтар хаҡында. Дөрөҫ яуапты һайлау өсөн “респондент өсөн” тип аталған карточка бар. Унда һорауға яуаптарҙың бөтә варианты ла күрһәтелә, шуны файҙаланырға мөмкин. Яуап бөтәһенә лә, шул иҫәптән балаларға ла йәшенә ҡарамайынса тултырыла.
Бындай сығанаҡ кемгә тәғәйенләнгән, билдә шуға ҡуйыла. Әйтәйек, әгәр ҙә алимент бәлиғ булмаған балаға түләнә икән, ул сағында билдә асылда был алименттарҙы алған ата-әсәгә түгел, ә балаларға ҡуйыла.
“Эш хаҡы” – эше өсөн аҡса йәки тәбиғи формала хаҡ (эш хаҡы, оклад, премия, бонус һәм башҡа түләүҙәр) алыусыларға билдәләнә. Бынан башҡа сығанаҡтар: эшҡыуарлыҡтан алған, шәхси хужалыҡтан килгән килем, үҙмәшғүллек, милекте ҡуртымға биреү, пенсия, стипендия, эшһеҙлек буйынса пособие, йөклө ҡатындарға түләүҙәр һәм пособиелар, әсәлек капиталы, ташламалар, халыҡтың төрлө категорияһына компенсациялар, отоштар, башҡа сығанаҡтар.
Сығанаҡтарҙың күләме күрһәтелмәй. Был мәғлүмәттәр кемдең нисек йәшәгәнлеген белергә ярҙам итәсәк. Улар буйынса халыҡтың тормош кимәлен асыҡларға, уларҙың иҡтисади йәһәттән әүҙемлеген һәм һүлпәнлеген билдәләргә мөмкин буласаҡ. Ә былар – һәр бер дәүләт иҡтисадының нигеҙе.
– Илдә халыҡтың эске һәм тышҡы миграцияһының юғары булыуы күҙәтелә. Ҡайһы берҙәр теркәлмәй йәшәй. Мәҫәлән, “Был бинала теркәлгәнһегеҙме?” тигән һорауға нисек яуап бирергә?
– Көнүҙәк һорау, алдағы халыҡ иҫәбен алыуҙарҙа был һорау булмағайны. Бөтәһенә лә, шул иҫәптән балаларға ла йәшенә ҡарамайынса тултырыла.
Түбәндәге варианттарҙың береһе күрһәтелә:
– йәшәгән урыны буйынса (даими);
– килгән урыны буйынса (ваҡытлыса);
– юҡ.
– Тағы бер һорау – йәшәгән урынығыҙ буйынса ҡайҙа теркәлгәнһегеҙ?
– Был һорау “юҡ” тип яуап биргәндәр өсөн (йәғни был бинала теркәлмәгәндәр өсөн) йәки “килгән урын буйынса” (йәғни был бинала ваҡытлыса телкәлгәндәр өсөн).
Түбәндәге варианттарҙың береһе күрһәтелә:
– даими йәшәгән ауылда йә ҡалала теркәлгәнмен (әгәр ҙә кеше башҡа адрес буйынса теркәлһә);
– Рәсәй Федерацияһының шул уҡ субъектының даими йәшәгән башҡа төбәгендә (мәҫәлән, Сибай ҡалаһында теркәлгән, ә Өфө ҡалаһында йәшәй);
– Рәсәй Федерацияһының башҡа субъектында;
– Рәсәйҙә йәшәгән урыны буйынса теркәлмәгән, йәғни респондент башҡа илдә даими теркәлгән, мәҫәлән, Үзбәкстанда.
– “Белемегеҙ” тигән һорау шулай уҡ күп яҡлы, асыҡлабыраҡ яуап биреүҙе талап итә...
– Ысынлап та, был һорау илдәге халыҡтың белем кимәлен билдәләү өсөн башланғыс, урта һәм юғары белемгә ҡағылышлы тотош өлкәне үҙ эсенә ала.
Был һорау алты йәштән алып бөтәһенә лә бирелә. Бер генә вариантты – респондент алған белемдең иң юғары кимәлен генә күрһәтергә кәрәк. Мәҫәлән, бығаса уҡыу йортон ҡасан тамамлауҙы күрһәтеп, “юғары” тип билдәләй инек. Хәҙер иһә түбәндәгесә билдәләнә:
“бакалавриат” – кем дүрт йылдан да кәм уҡымаған һәм “бакалавр” квалификациялы аттестат алған;
“специалитет” – “белгес” квалификацияһы аттестаты алған, шулай уҡ 1995 йылға тиклем юғары уҡыу йортон, шул иҫәптән, СССР юғары уҡыу йорттарын тамамлағандар;
“магистратура” – кәмендә ике йыл магистратурала белем алған һәм “магистр” квалификацияһына аттестация үткәндәр.
Әгәр ҙә респондент бер нисә кимәлдәге белемгә эйә икән, ул сағында юғарыраҡ кимәлдәге күрһәтелә. Мәҫәлән, бакалавриат һәм магистратура кимәлендәге белемлеләрҙең “магистратура” тип күрһәтелә.
– Әкрәм Мөхәмәт улы, ентекле яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт. Аңлатмаларығыҙ гәзит уҡыусыларыбыҙға иҫәп алыу ҡағыҙында булған һорауҙарға тиҙ һәм дөрөҫ яуап биреүҙә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.