Халыҡ иҫәбен алыу
2 Август 2021, 11:30

Халыҡтың һәм ауыл хужалығының иҫәбен алыу ниңә кәрәк?

Иң ҙур көс ауылда йәшәгән кешеләргә төшәсәк, сөнки уларҙан августа ла, октябрь-ноябрҙә лә һорау аласаҡтар.

Халыҡтың һәм ауыл хужалығының иҫәбен алыу ниңә кәрәк?Халыҡтың һәм ауыл хужалығының иҫәбен алыу ниңә кәрәк?
Халыҡтың һәм ауыл хужалығының иҫәбен алыу ниңә кәрәк?

Бөгөн республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) етәксеһе Әкрәм Ғәниев сығыш яһаны һәм быйыл илдә үтәсәк мөһим саралар – Ауыл хужалығы буйынса микро иҫәп алыу һәм Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары – тураһында һөйләне.

– Беҙҙе алда бик ҙур эш көтә. Уларҙың ҙурлығы тураһында йәлеп ителгән кешеләр һаны ла һөйләй. Микро иҫәп алыуҙа ике мең самаһы һәм халыҡ иҫәбен алыуҙа туғыҙ мең самаһы кеше ҡатнаша. Бынан тыш, уҡытып, әҙерләп ҡуйған резерв та бар, – тине ул. – Халыҡ иҫәбен алыу сроктары ике тапҡыр күсерелде, шуға күрә структураны үҙгәрттек һәм персонал һанын кәметтек. Һуңғы ойоштороу планы буйынса стационар иҫәп алыусылар исемлектән сығарылды. Башҡортостан өсөн был "1237 кеше төшөп ҡалды" тигән һүҙ. Ҡыҫҡартыу сараһы, әлбиттә, ҡалғандар өсөн эште арттыра, айырыуса ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыу өсөн персонал тупланып бөткән. Ауыллы райондарҙа улар бер-бер артлы ике иҫәп алыуҙа ла ҡатнашасаҡ. Үткән аҙнала инструкторҙар (236 кеше) эшкә керешкән, 29 – 31 июлдә иҫәп алыусылар уҡытылған һәм 1 августан обход башланған. Ә Бөтә Рәсәй Халыҡ иҫәбен алыуға персонал туплау сентябрь башында тамамланырға тейеш.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыу "микро" тип аталһа ла, ундағы объекттар һаны, 2016 йылғы иҫәп алыу менән сағыштырғанда, 93 процент тәшкил итәсәк. Ике иҫәп алыу ҙа һанлы буласаҡ, тимәк, мәғлүмәттәр йыйыу тулыһынса электрон ҡорамалдар ярҙамында башҡарыласаҡ. Иң ҙур көсөргәнеш ауылдарҙа йәшәгән кешеләргә төшәсәк, сөнки уларҙан августа ла, октябрь-ноябрҙә лә һорау аласаҡтар. Анкеталар ҙур, бер хужалыҡтан һорау алыуға кәмендә 20-25 минут талап ителәсәк.

– Был мәғлүмәттәр нимә өсөн кәрәк һәм ҡайҙа файҙаланыласаҡ, тигән һорау тыуа. Ҡыҫҡаса әйткәндә, микро иҫәп алыу киләһе йылдарға ауыл хужалығы тауарҙарын иҫәпләү өсөн кәрәк. Ә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йыл һайын 1 ғинуарҙа дөйөм республикала, айырым район һәм ҡалаларҙа, ауылдарҙа күпме кеше йәшәүен белеү өсөн мөһим, – тине Әкрәм Ғәниев.

 

Фото: ufatoday.ru 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас