Халыҡ иҫәбен алыу
3 Август 2021, 06:17

Ауыл хужалығы иҫәбен алыу башланды

Башҡортостанстат 1 августан 30-ына тиклем ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғара. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 29 авгусындағы “2021 йылда бәләкәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы ойоштороу тураһында” 1315-се ҡарарына ярашлы, был сараны уҙғарыу ваҡыты тип ошо осор билдәләнде.

Һуңғы йылдарҙа аграр тармаҡта ҙур үҙгәрештәр бара. Улар тәү сиратта тәбиғәт-климат, финанс-иҡтисади шарттар, хеҙмәт ресурстарының миграцияһы менән бәйле. Шуға ла ауыл хужалығына ҡағылышлы был сараны (СХМП) ике иҫәп алыу араһында, уларҙың һуңғыһынан биш йылдан да һуңға ҡалмайынса, уҙғарырға ҡарар ителде. Бынан алдағы ауыл хужалығы иҫәбен алыу 2016 йылда үткәйне.

Микро иҫәп алыу объекттары булып ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең түбәндәге категориялары тора: ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, граждандарҙың ярҙамсы һәм башҡа шәхси хужалыҡтары, коммерциялы булмаған баҡсасылыҡ, йәшелсә­селек ширҡәттәре.

Быйылғы иҫәп алыуҙың маҡсаты булып ауыл хужалығында булып үткән структур үҙгәрештәр тураһында, ауыл хужалығы етештереүселәре категориялары буйынса мәғлүмәт алыу, тармаҡтың үҫешен күҙаллау.

Законға ярашлы, иҫәп ҡағыҙҙарында һәм электрон документтарҙа һаҡланған мәғлүмәттәр ҡулланыу өсөн сикләнгән документ булып тора һәм улар күрһәтелмәй (таратылмай), бары тейешле дәүләт мәғлүмәт системаларын булдырыу өсөн генә файҙаланыла.

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас