

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы ваҡыты билдәле булды. 16 августа Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин халыҡ иҫәбен алыу ваҡыты тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем уҙасаҡ. “Дәүләт хеҙмәте” порталында 15 октябрҙән 8 ноябргә тиклем барасаҡ. Илдең төпкөл биләмәләрендә мөһим сара 20 декабргә тиклем дауам итәсәк, тип хәбәр итә Росстат.
Белеүебеҙсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 2020 йылдың октябрендә уҙырға тейеш ине, әммә ул 2021 йылдың апрель айына, һуңынан сентябргә күсерелде. Июндә иһә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу медиаофисында сара 1 октябрҙән 31 октябргә тиклем үтә тип белдерҙеләр.
Һеҙ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡанда тәҡдим ителгән өс юлдың береһен һайлай алаһығыҙ:
– Иҫәп алыусыны өйҙә көтөргә. Ул һеҙҙең яуаптарҙы планшет компьютерына яҙып аласаҡ;
– Әгәр уңайлы булһа, иҫәп алыу участкаһына йәки Күп функциялы үҙәккә килә алаһығыҙ;
– “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша ҡатнашырға мөмкин. Был - иң юғары технологиялы вариант.