

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе яҡынлашҡан һайын, унда ҡатнашыу тәртибенә ҡағылышлы һорауҙар арта бара. Улар араһында иң йыш осрағандары ла бар.
“Мин Салауат ҡалаһында атай-әсәйемдең фатирында теркәлгәнмен, ә үҙем Өфөлә юғары уҡыу йортонда белем алам. Ике йыл баш ҡалала йәшәйем. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? Халыҡ иҫәбен алыу сараһы барған саҡта Салауатҡа ҡайтырғамы, әллә йәшәгән урын буйынса иҫәп алыусыларҙы көтөргәме?” – тип ҡыҙыҡһынған берәү.
Росстат белдереүенсә, бер ҡайҙа ла йөрөү талап ителмәй. Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан һәр кешегә уңайлы шарттар булдырыласаҡ, уның ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан. Өфөнөң белем биреү учреждениеһының дөйөм ятағында йәшәһәгеҙ, иҫәпкә алыусы ирекмән республикабыҙ өсөн әһәмиәтле булған һорауҙарҙы шунда барып бирәсәк. Иң мөһиме – һәр бер кешенең тауышын ишетеү!
Фото: Всероссийская Перепись Населения