

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – ун йылға бер үткән үҙенсәлекле ваҡиға.
Илебеҙҙә уның тарихы 1987 йылда башлана. Шул саҡта беренсе тапҡыр илебеҙҙең социаль-демографик портреты төҙөлә: халыҡтың мәшғүллеге һәм белем кимәле, тыуым һәм үлем нисбәте өйрәнелә. Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу ике тапҡыр үтте: 2002 һәм 2010 йылдарҙа. Ике сара ла демографик һәм иҡтисади күҙаллауҙарҙы төҙөү өсөн мөһим сығанаҡҡа әйләнә.
Сираттағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы 2020 йылдың октябрендә үтергә тейеш ине – “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһында”ғы закон буйынса уны һәр ун йыл һайын ойоштороу ҡаралған. Әммә пандемия сараны үткәреү ваҡытын алға күсерҙе, был осраҡта халыҡ һаулығы һәм именлеге беренсе урында тороуы хаҡында белдерҙе ил етәкселеге.
Яңы ваҡыты билдәле
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын уҙғарыу ваҡыты билдәле булды. 16 августа Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин халыҡ иҫәбен алыу ваҡыты тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем буласаҡ. “Дәүләт хеҙмәте” порталында 15 октябрҙән 8 ноябргә тиклем барасаҡ. Илдең төпкөл биләмәләрендә мөһим сара 20 декабргә тиклем дауам итәсәк, тип хәбәр итә Росстат.
Белеүебеҙсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы 2020 йылдың октябренән 2021 йылдың апрель айына, һуңынан сентябргә күсерелде. Июндә иһә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу медиаофисында “сара 1 октябрҙән 31 октябргә тиклем үтә” тип белдерҙеләр.
Һеҙ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡанда тәҡдим ителгән өс юлдың береһен һайлай алаһығыҙ:
l иҫәп алыусыны өйҙә көтөргә. Ул һеҙҙең яуаптарҙы планшет компьютерына яҙып аласаҡ;
l әгәр уңайлы булһа, иҫәп алыу участкаһына йәки Күп функциялы үҙәккә килә алаһығыҙ;
l “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша ла ҡатнашырға мөмкин. Был – иң юғары технологиялы вариант.
Иҫәп алыу тарихын белгең килһә...
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу – кеше һанын иҫәпләү генә түгел, ә илебеҙҙең һәм Башҡортостандың да тарихын яҙыу сараһы ул. Шуға күрә лә әле был сәйәси сараға етди әҙерлек бара. Уның мөһимлеген аңлау өсөн республика тарихы һәм элекке халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе менән дә ҡыҙыҡһынырға кәрәк.
Билдәле булыуынса, заманса фәнни аңлатмала халыҡ иҫәбен алыу кампаниялары 1897, 1920, 1926, 1937, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылдарҙа үткән. Ҡайһы берәүҙәренең һөҙөмтәләре етерлек күләмдә баҫылған, ә ҡайһы берҙәре тураһында мәғлүмәтте табыуы ҡыйын. Республика статистика хеҙмәтенең тулы күләмдәге мәҡәләләре “Башҡортостан статистикаһы. 175 йыл йәмғиәткә хеҙмәттә” тигән китапта тупланған.
2008 йылда сыҡҡан йыйынтыҡта һигеҙ халыҡ иҫәбен алыу сараһы һөҙөмтәләре тупланған – 1897 йылғы Рәсәй империяһының дөйөм халыҡ иҫәбен алыу сараһынан алып 2002 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына тиклем. Китап киң аудиторияға тәғәйенләнгән.
“Киләсәкте булдырабыҙ!”
Алда көткән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының слоганы – “Киләсәкте булдырабыҙ!”. Сараның төп яңылығы – иҫәп алыу һанлы тәртиптә үтәсәк һәм унда үҙаллы ҡатнашырға мөмкин. Илебеҙҙең һәр гражданы 33 һорауға яуап бирергә тейеш. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге һөҙөмтәһе киләһе йылда апрелдә билдәле буласаҡ, тулы мәғлүмәттәрҙе Росстат 2022 йылдың IV кварталында баҫып сығарасаҡ.
Республикала мөһим сәйәси сара юғары кимәлдә үтһен өсөн бөтә саралар ҙа күреләсәк, шул иҫәптән төпкөл райондарҙа, ауылдарҙа йәшәгән кешеләр ҙә иҫәпкә алынасаҡ. Мәғлүмәтте йыйыу өсөн 10000 кеше йәлеп ителә.
Иҫәп алыусы үҙе менән танытмаһы һәм паспортын алып йөрөйәсәк. Шулай уҡ шарфы һәм “РОССТАТ” тигән яҙыулы сумкаһы, яҡтылыҡты сағылдырған бишмәте һәм планшеты буласаҡ.
Әйткәндәй, планшет – быйыл иҫәп алыусының төп атрибуты. Барлыҡ йыйылған мәғлүмәттәр электрон рәүештә һаҡланасаҡ. Ә махсус программа иҫәп алыусыларға улар үтергә тейешле йорттарҙы күрһәтәсәк.
Иҫәп алыусыны ҡайҙа көтөргә?
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу яҡынлашҡан һайын, унда ҡатнашыу тәртибенә ҡағылышлы һорауҙар арта бара. Улар араһында иң йыш осрағандары ла бар. Мәҫәлән, “Мин Салауат ҡалаһында атай-әсәйемдең фатирында теркәлгәнмен, ә үҙем Өфөлә юғары уҡыу йортонда белем алам. Ике йыл баш ҡалала йәшәйем. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? Халыҡ иҫәбен алыу сараһы барған саҡта Салауатҡа ҡайтырғамы, әллә йәшәгән урында иҫәп алыусыларҙы көтөргәме?” – тип ҡыҙыҡһына бер кеше.
Росстат белдереүенсә, бер ҡайҙа ла йөрөү талап ителмәй. Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан һәр кешегә, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Өфөнөң белем биреү учреждениеһының дөйөм ятағында йәшәһәгеҙ, иҫәпкә алыусы ирекмән республикабыҙ өсөн әһәмиәтле булған һорауҙарҙы шунда барып бирәсәк. Иң мөһиме – һәр кешенең тауышын ишетеү!
Иҫәп алыусыға ла талаптар етди
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының халыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау статистикаһы бүлеге эксперты Рөстәм Шәмсетдинов йыйылған мәғлүмәттең ныҡлы һаҡланыуы тураһында белдерҙе.
– Планшеттарҙа Рәсәйҙә етештерелгән “Аврора” операция системаһы урынлаштырылған. Мәғлүмәт таралыуына юл ҡуймау өсөн ул һаҡланылған протоколға эйә, – ти белгес.
Шулай уҡ, барлыҡ иҫәп алыусыларға ла етди талаптар ҡуйыла. Улар, планшеттағы махсус программанан файҙаланыуҙан тыш, иҫәп алыу барышында асыҡланған мәғлүмәттәрҙең сер итеп һаҡланырға тейешлеге тураһында талаптар, һорау алыу тәртибе, этикаһы менән танышҡан.
Иҫәп алыусы һәм инструктор эшенең ауыр булыуына ҡарамаҫтан, йәлеп ителгән персоналдың күптәре бындай сараларҙа инде бер нисә тапҡыр ҡатнаша. Улар иҫәбенә Күгәрсен районынан З.Р. Әбдрәшитованы индерергә мөмкин. Ул 1989 йылдан иҫәп алыу буйынса архив материалдары йыя, бик күп иҫәп алыу сараларында ҡатнашҡан һәм әлегеһенән дә ситтә ҡалмаған.
“1989 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында беренсе тапҡыр иҫәп алыусы булып ҡатнаштым, һуңынан 2002 һәм 2010 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу, 2006 һәм 2010 йылдарҙағы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу сараларынан да ситтә ҡалманым. Шуны билдәләр инем, һәр сара бер-береһенән һорауҙар күләме, ваҡыт арауығы, техник саралар менән айырыла”, – тип фекер уртаҡлашты тәжрибәле инструктор.
Рәмилә МУСИНА.