Халыҡ иҫәбен алыу
4 Октябрь 2021, 14:30

Башҡортостан иҫәп алыуға әҙерме?

Был хаҡта Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы етәксеһе Әкрәм Ғәниев һөйләне.

Башҡортостан иҫәп алыуға әҙерме?Башҡортостан иҫәп алыуға әҙерме?
Башҡортостан иҫәп алыуға әҙерме?

15 октябрҙән 14 октябргә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу уҙасаҡ. Бөгөн Башҡортостан Башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы етәксеһе Әкрәм Ғәниев республиканың был мөһим сараға әҙерлеге тураһында сығыш яһаны.

Әкрәм Ғәниев билдәләүенсә, халыҡтан йыйылған мәғлүмәт 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата алына. Кешеләрҙең туҡтауһыҙ хәрәкәттә булыуына бәйле, статистика органдары 15 октябргә тиклем икенсе урынға китеү ихтималлығы булғандар тураһында белешмә йыйған. Тыуғандар һәм үлгәндәр буйынса иҫәпте айырыуса иғтибар менән алып барырға тура киләсәк. Атап әйткәндә, 1 октябрҙән һуң вафат булғандарҙы иҫәпкә алыу мөһим, ә ошо датанан һуң тыуғандар теркәлмәй.

Башҡортостанда иҫәп алыусылар штаты әҙер, шул иҫәптән резерв та булдырылған. Һайлап алынған кандидаттарҙың 84,5 проценты коронавирустан вакцина эшләткән. Иҫәп алыу ваҡытында уларҙың бөтәһе лә шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителәсәк.

Иҫәп алыу участкаларын даими йыйыштырып торасаҡтар, биналарҙы елләтәсәктәр, социаль арауыҡты һаҡлауҙы күҙәтеү һәм башҡа эпидемиологик саралар күреләсәк.

Ғөмүмән, Әкрәм Ғәниев һүҙҙәренсә, Башҡортостан иҫәп алыуға әҙер. Республика тәүге һөҙөмтәләрҙе 2021 йылдың декабрендә үк аласаҡ.   

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/146051.html

#ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Башҡортостан иҫәп алыуға әҙерме?
Башҡортостан иҫәп алыуға әҙерме?
Башҡортостан иҫәп алыуға әҙерме?
Башҡортостан иҫәп алыуға әҙерме?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас