

Илебеҙҙә 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы уҙасаҡ. Һәм уның төп үҙенсәлеге шунда – беренсе тапҡыр һанлы тәртиптә үтәсәк. Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу мөһим, сөнки ул илебеҙҙең алдағы ун йылға киләсәге, үҫеше нигеҙен тәшкил итәсәк.
Әлбиттә, күптәрҙе халыҡ иҫәбен алыу сараһында ҡатнашыуға бәйле төрлө һорауҙар борсой. Икеләнеүҙәр, аңлашылмаусанлыҡтар булһа, иртәнге сәғәт 11:00 сәғәттән 23:00 сәғәткә тиклем “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына – 8-800-707-20-20 шылтыратырға мөмкин.
Фото: https://vk.com/strana2020
#перепись #переписьнаселения #перепись2021 #ВПН2021