Халыҡ иҫәбен алыу
7 Октябрь 2021, 10:45

Башҡортостан был сараны лайыҡлы үткәреренә ышана

Иҫәп алыу ваҡытын күсереү был дәүләт кимәлендәге мөһим сараны үткәреүгә төплө әҙерләнеү мөмкинлеге бирҙе. Сөнки республиканы быға әҙерләү – еңел булмаған һәм күп эш талап иткән эш.

Башҡортостан был сараны лайыҡлы үткәреренә ышанаБашҡортостан был сараны лайыҡлы үткәреренә ышана
Башҡортостан был сараны лайыҡлы үткәреренә ышана

Кисә, 6 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин онлайн-форматта республикала Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын үткәреү буйынса Хөкүмәт янындағы комиссияның сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Уның белдереүенсә, был мөһим сараға тиклем һанаулы ғына көндәр ҡала, халыҡтан иҫәп алыу 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем буласаҡ. Быйылғы иҫәп алыу яңы технологик кимәлдә үтәсәк һәм Рәсәйҙәге беренсе һанлы иҫәп алыу булырға тейеш.

“Иҫәп алыу ваҡытын күсереү был дәүләт кимәлендәге мөһим сараны үткәреүгә төплө әҙерләнеү мөмкинлеге бирҙе. Сөнки республиканы быға әҙерләү – еңел булмаған һәм күп эш талап иткән эш. Ойоштороу сараларының күп өлөшө башҡарылған, тик кампания башланыр алдынан һуңғы әҙерлек эштәре ҡалды”, – тине Александр Сидякин.

“Башҡортостанстат” етәксеһе Әкрәм Ғәниев билдәләүенсә, һәр кешегә ҡарата характеристика йыйылған дата булып 2021 йылдың 1 октябре иҫәпләнә.

Башҡортостанда иҫәп алыусылар штаты әҙерләгәндәр, шул иҫәптән резервты иҫәптә тотоп та. Һайлап алынған кандидаттарҙың 84,5 проценты коронавирустан вакцинация үткән. Иҫәп алыу ваҡытында уларҙың бөтәһен дә шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итәсәктәр. Иҫәп алыу участкаларында көн һайын йыйыштырып, бүлмәләрҙе елләтеп торасаҡтар, барлыҡ талаптар етди үтәләсәк.

Дөйөм алғанда, Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, Башҡортостан иҫәп алыуға әҙер. Уның беренсе оператив һөҙөмтәһен республика быйыл декабрҙә үк аласаҡ.

Башлыҡ Хакимиәте етәксеһе әйтеүенсә, халыҡ иҫәбен алған саҡта йәмәғәт тәртибен, мәғлүмәтте йыйған һәм тапшырған кешеләрҙең хәүефһеҙлеген, иҫәп алыу техникаһы менән документтарҙың теүәллеген тәьмин итергә кәрәк.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса полиция начальнигы урынбаҫары Айҙар Зөбәйеров эске эштәр органдарының әҙерлеге тураһында һөйләне. Министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, телерадиокомпаниялар вәкилдәре сара буйынса алып барылған мәғлүмәт-аңлатыу эштәре тураһында әйтте.

“Алда беҙҙе көсөргәнешле һәм ауыр эш көтә. Дөйөм алғанда, республика халыҡ иҫәбен алыуға әҙер. Дөйөм көс менән сәйәси мөһим сараны юғары кимәлдә үткәрә алырбыҙ тип ышанам”, – тине Александр Сидякин.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас