Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
8 Октябрь 2021, 10:59

Киләсәкте булдырабыҙ!

Республика иҫәпкә алыу сараһына әҙер.

Автор
Фото:Автор

15 октябрҙә “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020” кампанияһы башлана. Мәғлүм булыуынса, уны уҙғарыу ваҡыты бер нисә тапҡыр кисектерелде. Ниһайәт, был юлы ғәмәлгә ашырыласаҡ. Мөһим сараға республика әҙерме? Ниндәй эштәр башҡарылған? Ошо хаҡта Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе Әкрәм ҒӘНИЕВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Әкрәм Мөхәмәт улы, республика Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кам­па­нияһына әҙерме, һәм уға ниндәй күҙлектән сығып баһа бирелә?

– Сираттағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙер­лек барғанына өс йылдан ашып китте. Был сараны ойоштороу Рәсәй субъект­та­рының үҙидаралыҡ органдары иңенә һалына. Бөгөн беҙ, Рәсәй Федерацияһының Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу комиссияһы ҡуйған талап­тарға ярашлы, республика дәүләт кимәлендәге иң ҙур кампанияларының бере­һен уҙғарыуға әҙер, тип әйтә алабыҙ.

Шуны ла билдәләргә кә­рәк: һуңғы раҫланған мөҙҙәт­кә ярашлы, Бөтә Рәсәй ха­лыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙә башланһа ла, һәр кеше ту­раһында мәғлүмәт 1 ок­тябр­гә ҡарата алына. Ошоға бәйле, яңы тыуған сабыйҙар һәм вафат булған кешеләр буйынса иҫәпте айырыуса иғтибар менән теркәргә тура киләсәк. Ғәмәлдә, 1 октябр­ҙән һуң вафат булғандар иҫәпкә алына, ә ошо датанан һуң тыуғандар теркәлмәй. 

Халыҡтың төп өлөшө 15 ок­тябрҙән 14 ноябргә тиклем иҫәпкә алына. Граждандарға был сарала ҡатнашыу өсөн өс ысул тәҡдим ителә: иҫәпкә алыусыны өйҙә ҡабул итеү, иҫәпкә алыу участкаһына килеү, “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша яуап биреү. Эпиде­миологик хәлгә бәйле һуңғы алым айырыуса мөһим.

 

– Сараға әҙерлек барышында ниндәй мәсьәлә­ләр­ҙе хәл итер­гә тура килде?

– Иҫәпкә алыусыларҙың эшен ойоштороуҙың үҙенә күрә нескә­лектәре бар. Әй­тәйек, халыҡ бер туҡтау­һыҙ хәрәкәттә йәшәй. Шуға бәйле, халыҡ иҫәбен алыу осоронда икенсе урынға китергә тейешле кешеләр тураһында мәғлү­мәттәр 1 октябргә ҡарата уҡ йыйылды.

Бынан тыш, статистика органдарына, махсус катего­рияға ҡараған халыҡтар менән бәйле эш алып бар­ғанда, тәртип һаҡлау ми­нистр­лыҡтары һәм ведомстволары менән дә тығыҙ хеҙмәт­тәшлек итергә тура килә, йәғни Эске эштәр ми­нистрлығы һәм Федераль яза башҡарыу хеҙмәте кеүек ведомстволар менән бәйлә­неш булдырыла.

Шуны ла билдәләргә кә­рәк: Бөтә Рәсәй халыҡ иҫә­бен алыу комиссияһы бар­лыҡ федераль министрлыҡ­тарға һәм ведомство­ларға, төбәк башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәренә һәм уларҙың ғаилә ағзала­рына был сарала онлайн ҡатнашыу мөм­кинлеген дә ҡарарға тәҡдим итте.

 

– Сара барышында хәүеф­һеҙ­лекте тәьмин итеү нисек ойош­торо­ла­саҡ?

– Иҫәпкә алыу участкалары биналарын һаҡлауҙы тәьмин итеү, шулай уҡ иҫәп мәғ­лүмәттәрен һаҡлау буйынса һорауҙар булды. Биналар торошон тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, шулай уҡ Рәсәй гвардияһының Башҡортос­тан буйынса идаралығы тәҡдимен иҫәпкә алып, муниципаль берә­мек­тәр хакимиәттәре менән бер­лектә һаҡты көсәй­теү мәсьә­ләһе яңынан ҡарал­ды.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының территориаль бүлексәләре менән иҫәпкә алыу хеҙмәт­кәр­ҙәренең үҙ-ара хеҙмәт­тәш­лек итеү темаһы ла кү­тәрелде. Ғөмүмән, килеп тыуған көтөлмәгән хәлдәрҙә оператив сара күреү өсөн ҡайҙа һәм ниндәй телефондар аша мөрәжәғәт итергә кәрәклеге аңлатылды. Шулай уҡ ғәмәлдә хәүеф тыуҙырған биналарҙы иҫәпсе менән полиция хеҙмәткәренең тикшереп сығыуы ла мөһим.

Көнүҙәк сараға торлаҡ-ком­муналь хеҙмәттәр ҙә йәлеп ителгән. Алдағы иҫәпкә алыу кампаниялары тәжрибәһе күрһәтеүенсә, сара барышында подъез­дарға, йорттарға инеүҙә өҫтәмә ауырлыҡ­тар тыуыуы мөмкин. Урындағы властар­ҙың ярҙамы ла кәрәк бу­ла­саҡ. Был айырыуса зиннәтле йорттарҙа һәм коттедждарҙа йәшәгәндәрҙе иҫәпкә алғанда талап ителеүе ихтимал.

Шулай уҡ кадрҙар менән тәьмин итеү һәм уларға вакцина яһатыу кеүек бурыс­тарҙы ла хәл итергә тура килә. 10 меңгә яҡын иҫәпсе тупланған, шулай уҡ резерв та булдырылған. Һайлап алынған кандидаттарҙың 85 проценты самаһы корона­вирус­ҡа ҡаршы вакцина эшләткән.

Әйтергә кәрәк, эпидемиологик хәл эште һиҙелерлек ауырлаштыра. Ауырыған­дарҙың исемлек­тән төшөп ҡалыуына бәйле, уны даими рәүештә тулыландырып тороу талап ителә. Шуға ла район хакимиәттәренә ауырыу йәки башҡа сәбәптәр буйынса исемлек­тән төшөп ҡалған­дарҙың урынын тулыландырыу кәрәккәндә, иҫәпкә алыу вәкилдәренә даими яр­ҙам ҡулы һуҙыу талап ите­ләсәк.

Был осраҡта резерв мот­лаҡ булырға тейеш. Хатта имен булған йылдарҙа ла эш барышында иҫәпселәр­ҙең биш-алты проценты алмашына ине.

 

– Ә урындарҙа ниндәй эштәр башҡарыла?

– 29 сентябрҙән иҫәп алыу персоналының беренсе катего­рияһы – контролерҙар күпләп уҡытылды. Улар республика буйынса – 1235 кеше. Контролерҙар иҫәпкә алыуҙы ойоштороу һәм до­кумент­тарҙы тултырыу тәрти­бен, үҙҙәренең хоҡуҡта­рын һәм бурыстарын өйрәнде. Улар иҫәп­се­ләр­ҙең эшенә йүнәлеш бирәсәк.

2 – 14 октябрҙә иҫәп алды тикшереүе үткәрелә, шулай уҡ һәр участканың адресы асыҡлана.

 

– Иҫәпкә алыу кампа­нияһы барышында пандемиянан һаҡла­ныу буйынса ниндәй саралар күрелә?

– Әлбиттә, был мәкерле сирҙең таралыуына юл ҡуймау маҡса­тын­да, участка биналарын көндәлек йыйыштырыу, елләтеү, шәхси хә­үеф­һеҙ арауыҡты күҙәтеү, һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү кеүек ҡағиҙәләр үтәләсәк, урындарҙа иҫкәр­теү ҡағиҙәләре элеп ҡуйыла­саҡ.

Иҫәпкә алыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ кешеләр ҙә шәхси һаҡ­ланыу саралары менән тәьмин ителәсәк, уларға күп тапҡыр ҡулла­ныла торған битлек һәм туҡыма бирсәт­кәләр биреләсәк.

 

– Иҫәпкә алыу сараһы һөҙөм­тәһе ҡасан әҙер була?

– Был кампания, Рәсәй­ҙәге тәүге һанлы иҫәпкә алыу сараһы булараҡ, алдағыла­рынан айырылып тора. Ошоға ярашлы, уның яҡынса һөҙөмтәһе ҡыҫҡа ваҡытта билдәле булыр, тип көтөлә. Ноябрь аҙағына тиклем планшеттар “Баш­ҡортостан­стат”ҡа тапшы­рыла­саҡ, унда иһә республика буйынса мәғлүмәттәр эшкәрте­ләсәк. Ғөмүмән, һәр иҫәпсенең планшеттағы мәғлүмәттәре ниге­ҙендә тәүге һөҙөмтәләр әҙер буласаҡ.

 

– Республикала иҫәпкә алыу сараһы уңышлы үтһен өсөн нимә талап ителә?

– Иң мөһиме – халыҡта ыңғай ҡараш булырға тейеш. Һәр кеше­нең уның социаль-демографик, этник төркөм­дәр­ҙең мәнфәғәтендә үткә­релеүен аңлауы мөһим. Мә­ҫәлән, республиканың иҡти­сади үҫешенә ҡағылышлы  төҙө­лөштәр тураһында мө­һим ҡарар­ҙар ҡабул иткәндә лә халыҡ иҫә­бен алыуҙа тупланған мәғлүмәт­тәргә таяналар. Шуға ла был сараны инҡар итеү дөрөҫ булмая­саҡ, унда мотлаҡ ҡатна­шыр­ға кәрәк. Халыҡ иҫәбен алыу­ҙың девизы “Киләсәкте бул­дырабыҙ!” тип аталыуы ла ошо маҡсатты күҙ уңында тота.  

– Әкрәм Мөхәмәт улы, әңгә­мә­геҙ өсөн рәхмәт. Халыҡ иҫә­бен алыуҙы уңышлы атҡарып сығы­уы­ғыҙҙы теләйбеҙ, ә республика халҡы мөһим сәйәси сарала әүҙем ҡат­нашыр, тип ышанабыҙ.

- Рәмилә МУСИНА әңгәмәләште.

Читайте нас: