Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
10 Октябрь 2021, 11:00

Иҫәпкә алыусыны нисек танырға?

Икеләнеү булғанда, 102 йәки 112 телефоны буйынса, йәки полиция участкаһына шылтыратырға кәрәк.

Иҫәпкә алыусыны нисек танырға?
Иҫәпкә алыусыны нисек танырға?

15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башлана. Нәҡ ошо көндән иҫәпкә алыусылар йорттар буйлап йөрөйәсәк. Халыҡ танып торһон өсөн улар махсус кейем менән тәьмин ителгән.

Иҫәпкә алыусы эмблемалы күк төҫтәге бишмәттә һәм шарфта, махсус символикалы сумкаһы булырға тейеш. Ул һеҙгә килгәс, тәүҙә танытмаһын һәм паспортын күрһәтергә бурыслы. Икеләнеү булғанда, 102 йәки 112 телефоны буйынса, йәки полиция участкаһына шылтыратырға кәрәк.

Был иҫәп алыу кампанияһынаң тағы ла бер үҙенсәлеге бар – иҫәпкә алыусы планшет компьютеры ярҙамында теркәү алып барасаҡ. Башҡортостанда был мөһим сараны ойоштороуҙа ете меңдән ашыу иҫәпкә алыусы ҡатнашасаҡ.

Коронавирус инфекцияһын таратыуға юл ҡуймау һәм халыҡ менән хәүефһеҙ шарттарҙа эшләү өсөн барлыҡ персонал шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителәсәк.     

Фото: https://vk.com/bashstat_gks_ru

#ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

 

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: