Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
14 Октябрь 2021, 16:20

Үҙебеҙ өсөн кәрәк

Халыҡ иҫәбен алыуҙы донъялағы барлыҡ үҫешкән дәүләттәр уҙғара.

Үҙебеҙ өсөн кәрәк
Үҙебеҙ өсөн кәрәк

15 октябрҙә Рәсәй тарихында иң үҙенсәлекле халыҡ иҫәбен алыу башлана – һанлы иҫәп алыу. Ошо айҡанлы “Башинформ” матбуғат агентлығында матбуғат конференцияһы уҙҙы.

Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, уҙасаҡ иҫәпкә алыу технологияһы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу хәүефһеҙлегенең барлыҡ аспекттарын үҙ эсенә ала һәм заманса талаптарға яуап бирә, ҙур күләмдәге мәғлүмәтте кәүҙәләндерергә булышлыҡ итә.    

– Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәлгә бәйле бер нисә тапҡыр күсерелеп килгән “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020” иртәгә башлана. Уға әҙерлек өс йылдан ашыу барҙы. Беҙҙең республика уны үткәреүгә тулыһынса әҙер. Сара илебеҙҙә йәшәгән халыҡтарға бәйле мәсьәләләр буйынса һөҙөмтәле планлаштырыу һәм программалар төҙөү, тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешкә булышлыҡ итеү өсөн үткәрелә. Бары тик халыҡ иҫәбен алыу ғына бөтә һорауҙарға бер юлы яуап биргән коллектив портретты булдыра, – тине Әкрәм Мөхәмәт улы.   

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы Азат Йәнгиров белдереүенсә, халыҡ иҫәбен алыу үҙенә күрә “милләттәрҙе берләштереү документы” булып тора.

–  Халыҡ иҫәбен алыуҙы донъялағы барлыҡ үҫешкән дәүләттәр уҙғара, сөнки халыҡты хеҙмәтләндереүҙе иҫәп алыу мәғлүмәттәре нигеҙендә планлаштырырға мөмкин. Был дәүләткә лә, эшҡыуалыҡҡа ла ҡағыла. Әйткәндәй, алдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса барыбыҙға ла билдәле "әсәлек капиталы" индерелде. Киләсәктә лә халыҡ иҫәбе нигеҙендә барлыҡҡа килгән ошондай ҙур саралар күреләсәк, – тине Азат Йәнгиров.

Иҫәп алыу мәғлүмәттәре халыҡтың һанына һәм төрлөлөгөнә, уларҙың биләмәләр буйынса бүленешенә, социаль-иҡтисади хәленә, милләт һәм телдәрҙең торошон асыҡлау, белем кимәлен өйрәнеү, федераль мәғлүмәт сығанаҡтарын формалаштырыу өсөн кәрәк.

Мәғлүмәт йыйыуға 7431 иҫәп алыусы, 1235 контролер йәлеп ителә. 640 ирекмән иҫәпкә алыу стационар участкаларында һәм Күп функциялы үҙәктә  “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша һанлы бланктарҙы тултырыуҙа ярҙам итәсәк. 

Әйткәндәй, тәүге өс көндә ойоштороу мәшәҡәттәре дауам итәсәк, һуңынан иҫәпкә алыусылар халыҡ менән эшләүгә ныҡлап тотонасаҡ. Шуны онотмағыҙ: "Дәүләт хеҙмәте" порталы аша һанлы иҫәпкә алыу 15 октябрҙән 8 ноябргә тиклем бара.    

Автор фотоһы.

 

Үҙебеҙ өсөн кәрәк
Үҙебеҙ өсөн кәрәк
Үҙебеҙ өсөн кәрәк
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: