Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
14 Октябрь 2021, 22:15

Киләсәгебеҙ өсөн мөһим

Иртәгә, 15 октябрҙә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана. Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән “Киске Телеүҙәк” тапшырыуы тап ошо иҫтәлекле һәм әһәмиәтле ваҡиғаға арналды.

Киләсәгебеҙ өсөн мөһим
Киләсәгебеҙ өсөн мөһим

Иртәгә, 15 октябрҙә, илебеҙҙә мөһим сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы башлана. Бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән “Киске Телеүҙәк” тапшырыуы тап ошо иҫтәлекле һәм әһәмиәтле ваҡиғаға арналды.

Тапшырыуҙа Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәкселәре Зөфәр Ғәтиәтуллин менән Азат Ярмуллин ҡатнашты.

Рөстәм Шакирйән улы сараның дөйөм ҡағиҙәләре, эш алымдары, һорауҙар теҙмәһенең төп йөкмәткеһе менән таныштырҙы. 15-17 октябрҙә иҫәп алыусылар өс көн дауамында махсус уҡыу үткәс, 18 октябрҙә аныҡ эш башланасаҡ. Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары пандемия шарттарында сараның һаҡланыу ҡағиҙәләрен етди үтәп, һанлы мөмкинлектәрҙе ҡулланып ойоштороласағын билдәләне.

Профессор Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы, ғалимә булараҡ, халыҡтың милли асылына, рухиәтенә ҡағылышлы һорауҙарҙың бик мөһим булыуын белдерҙе. Ул халыҡты белем кимәлен, туған һәм башҡа телдәрҙе белеүгә бәйле һорауҙарға төплө уйлап яуап бирергә саҡырҙы. Тел белеүгә ҡағылышлы һорауҙар бер нисә буласаҡ, беҙ биргән яуаптарға телебеҙҙең ниндәйҙер кимәлдә бөгөнгө торошо ғына түгел, киләсәге лә бәйле, тине профессор.

Тарихсылар Азат Ярмуллин менән Зөфәр Ғәтиәтуллин донъяла һәм Рәсәйҙә үткән иҫәп алыуҙың тарихы менән ентекле таныштырҙы, төрлө йылдарҙа үткән кампанияларҙың үҙенсәлеген билдәләне, шулай уҡ үҙенең нәҫел ептәре, тамырҙары менән ҡыҙыҡһынған кешеләргә архивтарҙа заманса алымдар менән эшләү мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

Фото: m.123ru.net

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: