Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
15 Октябрь 2021, 20:00

Иҫәп алыуға бәйле ниҙәрҙе белеү мөһим?

Бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды. Республикала был сараға 7431 иҫәп алыусы һәм 1235 контролер йәлеп ителгән.

Иҫәп алыуға бәйле ниҙәрҙе белеү мөһим?
Иҫәп алыуға бәйле ниҙәрҙе белеү мөһим?

Бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды. Башҡортостанда иҫәпкә алыусылар 1,9 миллион торлаҡ йортта буласаҡ.

"Һорауҙарҙың 80 проценты элеккесә һаҡланған. Иҫәп алыу ҡағыҙы ҡабатланып килә, сөнки социаль-демографик хәлде ҡылыҡһырлай. Унда кешенең йорто, хужалығы, енесе, йәше, никах хәле, белеме, гражданлығы, тыуған урыны күрһәтелә. Бер блок телдәрҙе белеүгә һәм файҙаланыуға ҡағыла. Икенсеһе - ниндәй милләткә ҡарауы тураһында. Халыҡтың иҡтисади хәле тикшерелгән блокта - мәшғүллек буйынса һорауҙар. Шулай уҡ миграция әүҙемлеге, хеҙмәт миграцияһына ла ҡағылышлы һорауҙар бар”, – тине Башҡортостанстаттың халыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау статистикаһы бүлеге начальнигы Ирина Үтәшева.

Барлыҡ мәғлүмәттәр яуап биреүсенең һүҙе буйынса ғына теркәлә. Иҫәп алыусыға бер ниндәй документ күрһәтергә кәрәкмәй.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем барасаҡ, ул һанлы технологиялар ҡулланылыуы менән үҙенсәлекле. Иҫәп алыусылар йорттар буйлап йөрөй, шулай уҡ үҙегеҙ иҫәпкә алыу участкаларына һәм Күп функциялы үҙәккә килеп гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәй алаһығыҙ, “Дәүләт хеҙмәте” аша ҡатнашырға ла мөмкин. Әйткәндәй, был портал аша иҫәп алыу сараһы 8 ноябргә тиклем генә бара.

Дөйөм алғанда, Башҡортостанда 1235 иҫәп алыу пункты булдырылған, улар граждандарҙы ҡабул итеү өсөн барлыҡ ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем хеҙмәтләндерәләр. Уларҙың адрестары һәм эш ваҡыты менән Башҡортостанстаттың сайтында танышырға мөмкин.

Иҫәп алыусылар иһә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 10-ға тиклем йорттар буйлап йөрөп, һорау алыу уҙғарасаҡ. Республикала был сараға 7431 иҫәпкә алыусы һәм 1235 контролер йәлеп ителгән.

Фото: vk.com

#ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Иҫәп алыуға бәйле ниҙәрҙе белеү мөһим?
Иҫәп алыуға бәйле ниҙәрҙе белеү мөһим?
Иҫәп алыуға бәйле ниҙәрҙе белеү мөһим?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: