Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
15 Октябрь 2021, 08:50

Илебеҙ тарихын яҙыуға өлөшөңдө индер!

Бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды.

vk.com/bashstat_gks_ru
Фото:vk.com/bashstat_gks_ru

Был – ҡағыҙҙа иҫәпкә алыуҙың һуңғыһы

 “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020” беренсе һанлы һәм һуңғы тап­ҡыр ҡағыҙҙа иҫәпкә алыу са­раһы булараҡ илебеҙ тарихына инәсәк. Интернет булмаған район­дарҙа иҫәпкә алыусылар ҡағыҙ бланкыларҙы файҙаланасаҡ, ә сараның төп өлөшөндә Рәсәйҙә етештерелгән һәм махсус программа урынлаштырылған планшет­тарға теркәп барасаҡтар.

Һанлаштырыу мәғлүмәт эшкәр­теүҙең тиҙлеген күпкә арттырасаҡ, уны ҡала, район, хатта урамдарына тиклем ентекләп, теүәл һәм асыҡ итеп күрһәтәсәк.

 

Был һандар нимә өсөн кәрәк?

 

Дәүләткә был һандар бюджетты, биләмәләрҙе үҫтереү программаларын эшләү, яңы предприятиелар, газ үткәргестәр, электр линияларын төҙөү өсөн кәрәк. Мәҫәлән, А һәм Б ҡала, ауыл биләмәләрендә бәлә­кәй балалар менән ғаиләләрҙең күплеге күренә. Был иһә унда балалар баҡсаһы ғына түгел, мәктәп төҙөргә кәрәклеген дә аңлата. Әгәр унда йәшәгәндәрҙең күбеһе вахтала эшләһә, ул саҡта яңы хеҙмәт урындары асыу мәсьәләһе ҡарала. Мәҫәлән, уҙған халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса ауыл халҡының кәмеүе асыҡланды. Һөҙөмтәлә ауылдағы көнкүреш кимәлен күтәреү буйынса күп программалар барлыҡҡа килде – “Ауыл табибы”, ФАП-тарҙы тергеҙеү, ауыл ипоте­каһы, газ үткәреүҙе көсәйтеү һәм башҡалар.

Ғалимдарға иһә мәғлүмәттәр үҙҙәренең демографик, социологик, этнографик һәм башҡа тикшере­неүҙәре өсөн кәрәк.

Эшҡыуарҙар хәҙер сауҙа нөктәһен асыу алдынан ундағы аудиторияны өйрәнеүгә ҙур күләмдә аҡса сарыф итә. Ә иҫәпкә алыу һөҙөмтәһе буйынса улар теләгән ауыл, ҡасаба, ҡала биләмәләрендә йәшәгән халыҡтың социаль-демографик торошон беләсәк һәм унда эш асырғамы-юҡмы икәнен хәл итәсәк.

 

Телефон аша ла халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға мөмкин

 

Сара “һанлы” булғас, иҫәпкә алыу­сыны көтмәҫкә лә мөмкин, ә Күп функциялы үҙәктә йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша һорау­ҙарға үҙаллы яуап бирергә була. Был хәүефһеҙ ҙә, өҫтәмә социаль контакттар ҙа талап ителмәй, үҙегеҙ булған урындан тултырырға мөм­кин – өйҙә, баҡсала, эштә йәки ҡунаҡта. Хатта сит илдә ял иткән саҡта, интернет ҡына эшләһен.

 

Бының өсөн нимә талап ителә:

 

  1. “Дәүләт хеҙмәттәре” сайтында теркәлергә;
  2. “Халыҡ иҫәбен алыу” бүлеген һайларға (ул иҫәпкә алыу ваҡытында барлыҡҡа килә);
  3. Барлыҡ һорауҙарға ла яуап бирергә. Үҙеңде генә түгел, фатир­ҙа бергә йәшәгән кешеләрҙе лә теркәргә мөмкин. Һуңынан “Тамам­ларға” төймәһенә баҫырға кәрәк.

Яуап биргәндән һуң һәр ғаилә ағзаһына үҙенсәлекле код ебәрәсәктәр, һеҙҙән икенсе тапҡыр һорау алмаһындар өсөн уны иҫәпкә алыусыға күрһәтергә кәрәк. Телефон аша иҫәпкә алыуҙа ҡатнашып булмай. Һеҙгә шылтыратып, был хеҙмәтте тәҡдим итһәләр, тимәк, кемдер һеҙҙе алдарға тырыша.

 

Милләтте һәр кем үҙе билдәләй

 

Иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарында “Һеҙ ниндәй милләткә ҡарайһығыҙ?” тигән һорау асыҡ, йәғни “рөхсәт ителгән” йәки “рөхсәт ителмәгән” яуап варианттары тәҡдим ителмәй. Һәр кеше унда үҙенең милләтен яҙа, ә иҫәпкә алыусыға ярҙамсы һорау биреү йәки яуапҡа ҡарата икеләнеү белдереү тыйыла.

Тағы бер яңылыҡ – хәҙер үҙегеҙ өйҙә аралашҡан бер-ике, өс йәки бер нисә милләтте һәм телде күр­һәтергә мөмкин. Быға тиклем ул хаҡта уйланғанығыҙ булмағандыр, әммә фән өсөн был мәғлүмәт мөһим, сөнки Рәсәйҙә никахтарҙың 15 проценты милләт-ара, ә Баш­ҡортостанда һәр өсөнсө никах ҡатнаш, һәм уның өлөшө арта бара. Бынан алдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһендә Башҡорт­останда 162 милләт вәкиле татыу һәм үҙ-ара килешеп йәшәүен белдергән.

Кем ул иҫәпкә алыусы?

 

Иҫәпкә алыусы итеп 18 йәше тулған һәм енәйәт яуаплылығына тарттырылмаған граждандар һайлап алынған. Башҡортостанда ун меңгә яҡын иҫәпкә алыусы йәлеп ителә. Сара башланыр алдынан улар өсөн махсус уҡыуҙар ойошторола: нисек дөрөҫ мөрәжәғәт итергә һәм һорау бирергә, үҙеңде нисек тоторға, алынған шәхси мәғлүмәттәрҙе нисек индерергә һәм һаҡларға өйрәтәләр.

Бер иҫәпкә алыусы яҡынса 550 кешенән һорау аласаҡ. Күптәрҙең һорауға онлайн-яуап биреүен иҫәпкә алып, эш күләме үҙгәрәсәк. Һәр иҫәпсе йорттар буйлап йөрөйәсәк. Халыҡ танып торһон өсөн, улар махсус кейем менән тәьмин ителгән. 

Иҫәпкә алыусының эмблемалы күк төҫтәге бишмәте, шарфы һәм махсус символикалы сумкаһы булырға тейеш. Ул һеҙгә килгәс, тәүҙә танытмаһын һәм паспортын күрһәтергә тейеш. Икеләнгән осраҡта 102 йәки 112 телефондарына йәки полиция участкаһына шылтыратырға кәрәк.

Иҫәпсене өйгә индермәйенсә, тамбурҙа, тышта аралашырға мөмкин.

Имен булмаған йорттарға һәм фатирҙарға полиция хеҙмәткәре оҙатасаҡ. Иҫәпкә алыусыға реклама ҡағыҙҙарын таратыу, “социологик һорау алыу” үткәреү һәм башҡа эштәр алып барыу тыйыла. Уның төп бурысы – иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарын тултырыу.

 

Бөгөнгө тарихыбыҙҙы яҙабыҙ

 

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ун йылға бер ойошторола, был –  йәмғиәттәге үҫеште күҙәтеү өсөн алдынғы илдәр менән бергә ҡабул ителгән мөҙҙәт. Төп маҡсаты – ке­ше иҫәбен һанау ғына түгел, уны ЗАГС, Эске эштәр министрлығы, һа­лым инспекцияһы аша ла бе­лергә була, ә әлеге ваҡытта Рәсәй­ҙең нисек йәшәүен белеү мөһим.

Милләт, телдәрҙе белеү, милләт-ара никахтарҙың һаны, белем кимәле, никахтың ғәмәлдәге хәле, өйҙән эшкә тиклем сарыф ителгән ваҡыт, ғаиләләр һаны, торлаҡ шарттары – был мәғлүмәттәр иһә дәүләт базаһында юҡ, уны халыҡты иҫәпкә алыу сараһы аша ғына белергә мөмкин. 

 

Серлелек һаҡлана

 

Күп кеше алынған мәғлүмәт­те файҙаланырҙар йәки енәйәт­селәр аҡса таптырыр, өҫтәмә һа­лым килер, теркәлгән урында йә­шәмәгәнде белерҙәр, хәрби комиссар армиянан ҡасып ятҡан улым тураһында белеп ҡалыр, махсус хеҙмәттәр хәбәрҙар булыр һәм башҡа насар уйҙарға бирелеп борсола.

Әлбиттә, был борсолоуҙарҙы ла аңларға мөмкин. Ысынлап та, бик үк һәйбәт булмаған мәғлүмәт­тәр тураһында уртаҡлашыу ҙа уңайһыҙлыҡ тыуҙыралыр. Ғәмәлдә, был икеләнеүҙәр урынһыҙ, сөнки закон буйынса иҫәпкә алыу барышында алынған мәғлүмәттәр сер итеп һаҡлана, һәм улар бер кемгә лә бирелмәй. Иҫәпкә алыу ҡағыҙҙарын иғтибарлап ҡарағыҙ: унда милек, килем, кем фатир хужаһы, паспорт белешмәләре тураһында бер һүҙ ҙә юҡ.

Иҫәпкә алыуҙа никах теркәл­гәнме, әллә өйҙәш булып йәшәй­һе­геҙме, өйҙә ниндәй телдә һөй­ләшәһегеҙ, йортоғоҙҙоң диуары ниндәй материалдан эшләнгән, йәшәгән урынығыҙҙа эшләйһе­геҙме, әллә икенсе төбәккә эшкә йөрөйһөгөҙмө – ошо мәғлүмәттәр үтә мөһим.

 

Документтар күрһәтергә кәрәкмәй

 

Бары өс бланк була: береһе – Рәсәйҙә даими йәшәгәндәр өсөн, икенсеһе – һеҙҙең торлаҡ тура­һын­да һорауҙар, өсөнсөһө – Рәсәйҙә йәшәгән сит ил граждандары өсөн.

Бер кешегә һорау биреүгә бары 10-20 минут ваҡыт китәсәк. 14 йәше тулған һәр кеше ҡатнаша ала, шулай уҡ ғаиләнән бер генә кешенең яуап биреүе мөмкин.

Барлыҡ мәғлүмәттәр һеҙ һөйләгәндәрҙән яҙып алына, документтарығыҙҙы күрһәтергә кәрәкмәй. Иҫәпкә алыусы килем күләме, фатирҙың кемдеке булыуы һәм башҡа ошондай темаға ҡағылышлы һорау бирмәйәсәк.

Бланкта һеҙҙең фамилия булмаясаҡ – һорау алыу аноним рәүештә үткәрелә һәм яуаптар сер итеп һаҡлана. Иҫәпкә алыусы, бер үк кешенән ике тапҡыр һорау алмаҫ өсөн, ҡайһы саҡта эште тикшереү өсөн һеҙҙең исемде һорауы ихтимал. Теләмәһәгеҙ, уға яуап бирмәгеҙ, был һеҙҙең хоҡуҡ.

Яуаптар ябай һәм дөрөҫ булырға тейеш. Ниндәйҙер һорауға яуап бирә алмаһағыҙ, мәҫәлән, йорт бинаһы нисәнсе йылда төҙөлгән йәки диуары ниндәй материалдан булғанын белмәһәгеҙ, һорауҙы үткәреп ебәрергә мөмкин.

 

Әкрәм ҒӘНИЕВ, Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе:

– Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәлгә бәйле бер нисә тапҡыр күсерелеп килгән “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020” бөгөн – 15 октябрҙә башланды. Уға әҙерлек өс йылдан ашыу барҙы. Беҙҙең республика уны үткәрергә тулыһынса әҙер. Сара илебеҙҙә йәшәгән халыҡ­тарға бәйле мәсьәләләр буйынса һөҙөмтәле планлаштырыу һәм программалар төҙөү, тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешкә булышлыҡ итеү өсөн үткәрелә. Бары халыҡ иҫәбен алыу ғына бөтә һорауҙарға бер юлы яуап биргән коллектив портретты булдыра.  

 

Азат ЙӘНГИРОВ, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры, иҡтисад фәндәре докторы:

– Халыҡ иҫәбен алыуҙы донъялағы барлыҡ үҫешкән дәүләттәр уҙғара, сөнки халыҡты хеҙмәтләндереүҙе иҫәп алыу мәғлүмәттәре нигеҙендә планлаштырырға мөмкин. Был дәүләткә лә, эшҡыуарлыҡҡа ла ҡағыла. Әйткәндәй, алдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәһе буйынса барыбыҙға ла билдәле “әсәлек капиталы” индерелде. Килә­сәктә лә халыҡ иҫәбе һөҙөм­тәһендә ошондай ҙур программалар ҡабул ителер әле. 

Мөһим сарала бөтәһен дә ҡатнашырға саҡырам!

- Рәмилә МУСИНА әҙерләне.

Читайте нас: