Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
15 Октябрь 2021, 17:00

Һорауығыҙ бармы? Шылтыратығыҙ!

Мөһим сара буйынса һорауығыҙ булһа, “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ – 8-800-707-20-20. Ул иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 21 сәғәткә тиклем эшләй (Мәскәү ваҡыты буйынса).

Һорауығыҙ бармы? Шылтыратығыҙ!
Һорауығыҙ бармы? Шылтыратығыҙ!

Бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды. Мөһим сара буйынса һорауығыҙ булһа, “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ – 8-800-707-20-20. Ул иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 21 сәғәткә тиклем эшләй (Мәскәү ваҡыты буйынса).

Мәҫәлән, кемдер йорт хужалығы нимә булғанын аңламайҙыр.

Яуап: Йорт хужалығы – халыҡ иҫәбен алыу берәмеге. “Йорт хужалығы” һүҙе бер йортта йәшәгән, уртаҡ мөнәсәбәттәре һәм ҡулланған әйберҙәре, килемдәре бергә йәки өлөшләтә уртаҡ булған йәки бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәһәләр ҙә айырым аҡса тотҡан, хужалыҡ алып барған кешеләр төркөмөн аңлата. Күп осраҡта ул – ғаилә. Шулай уҡ йорт хужалығына бер кешенән йәки туғанлығы булмаған һәм айырым бер бүлмәлә йәшәгән, әммә бергә туҡланған студент та ҡарай.

Шуға ла аңлашылмаусанлыҡтар булһа, шылтыратып һорарға мөмкин. Төрлө имеш-мимештәрҙе тыңламағыҙ, ә белгестәргә мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото: https://vk.com/feed?q=%23Башкортостанстат&section=search&w=wall22240278_4217

#ЯГеройПереписи #Башкортостанстат 
#Всероссийскаяпереписьнаселения #ВПН2020 #переписьнаселения
https://www.strana2020.ru/multimedia/video/chto-takoe..

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: