Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
16 Октябрь 2021, 16:30

"Халҡыбыҙ бер-береһенә теләктәш"

Ишембай районы хакимиәтенең Маҡар ауыл советында иҫәп алыу тыныс үтә.

"Халҡыбыҙ бер-береһенә теләктәш"
"Халҡыбыҙ бер-береһенә теләктәш"

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бара. Унда тарихҡа инеп ҡалырлыҡ ҡыҙыҡлы ла, ҡыҙғаныс та хәлдәр осрап тора.

Мәҫәлән, әйтеүҙәренсә, ҡайһы бер граждандар иҫәп алыусыға шик менән ҡарай. Шулай уҡ бәғзе урындарҙа уҫал эттәр менән бәйле ваҡиғалар ҙа теркәлгән.

Ә бына Ишембай районы хакимиәтенең Маҡар ауыл советы идарасыһы Алена Ступактың һүҙҙәренсә, уларҙа мөһим сара бик тыныс үтә. Биләмәләге Маҡар, Егән, Ибрай, Иҫәкәй, Подгорный, Һәргәй ауылдары халҡы бер-береһенә теләктәш, тәртипле, яуаплы.

"Халыҡ иҫәбен алыу башланыр алдынан урында төрлө йүнәлештәге саралар үткәрҙек, улар әле лә дауам итә, – ти Алена Ступак. – Иҫәп алыусыны нисек таныу, ошо осорҙа эттәрҙе бәйле тотоу һ.б. мәсьәләләр буйынса аңлатыу эштәре алып барҙыҡ. Ғөмүмән, үткән халыҡ иҫәбен алыуҙа ла беҙҙең яҡта аңлайышһыҙ хәлдәр теркәлмәне, был юлы ла барыһы ла шыма үтер тип ышанабыҙ".

Фото: https://bash.news/yuldash

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: