Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
18 Октябрь 2021, 12:00

Бөгөндән иҫәпкә алыусылар йорттар буйлап йөрөй башланы

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем бара.

Бөгөндән иҫәпкә алыусылар йорттар буйлап йөрөй башланы
Бөгөндән иҫәпкә алыусылар йорттар буйлап йөрөй башланы

Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөндән иҫәпкә алыусылар йорттар буйлап йөрөй башланы. Республикала 15 – 17 октябрҙә әҙерлек үткән һәм был эшкә яраҡлылыҡҡа тест тапшырған 7431 иҫәпкә алыусы халыҡтан мәғлүмәт йыйыу менән шөғөлләнә башланы.

Башҡортостан халыҡ һаны буйынса ил төбәктәре араһында – етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. Иҫәпкә алыусылар кеше йәшәгән йәки йәшәү ихтимал булған 1,9 миллион торлаҡ бинаны үтәсәк. Улар был эште иртәнге сәғәт 8-ҙә башлай һәм киске сәғәт 10-ға тиклем алып барасаҡ.

– Иҫәпкә алыусының эше еңелдән түгел. Ул билдәле бер һандағы хужалыҡтарҙы үтергә, иҫәпкә алыуҙы ойоштороу инструкцияһын һәм документтарҙы тултырырға һәм халыҡ тураһында мәғлүмәттәр йыйғанда планшет менән файҙалана белергә тейеш. Бынан тыш, респондентты һөйләшеүгә ылыҡтырырға һәм уның менән уртаҡ тел таба белеү ҙә кәрәк. 18 октябрҙән иҫәпкә алыусылар халыҡ менән эшләй башланы, фатир һәм йорттар буйлап йөрөй. Улар “Дәүләт хеҙмәте” порталы йәки иҫәпкә алыу участкалары аша сарала ҡатнашмаған кешеләрҙән һорау алалар, – тип аңлатма бирҙеләр республика статистика хеҙмәтенән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем бара. Ул һанла форматта ойошторола, йәғни иҫәпкә алыусылар планшет компьютерҙар ярҙамында бланкыларҙы тултыра. Шулай уҡ үҙегеҙ ҙә иҫәпкә алыу участкаһына һәм Күп функциялы үҙәккә барып, ҡатнаша алаһығыҙ.

Фото: https://vk.com/bashstat_gks_ru?z=photo-172759287_457239661%2Fwall-172759287_974

#ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: