Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
19 Октябрь 2021, 20:00

101 йәшлек бабай тәүгеләрҙән булып ҡатнашты!

Яҡуп Юныс улы Әйүпов халыҡ иҫәбен алыуҙы бик мөһим һәм кәрәкле сара тип иҫәпләй, унда ҡатнашырға саҡыра.

101 йәшлек бабай тәүгеләрҙән булып ҡатнашты!
101 йәшлек бабай тәүгеләрҙән булып ҡатнашты!

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында айырыуса өлкән быуын вәкилдәре әүҙем.

Мәҫәлән, Бәләбәй ҡалаһынан 101 йәшлек Яҡуп Юныс улы Әйүпов тәүгеләрҙән булып ҡатнашҡан. Ул иҫәп алыусының бар һорауҙарына ла үҙе яуап биргән.

Ветеран Яҡуп Юныс улы 1941 - 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, хәрби батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм бихисап миҙал менән наградланған. Бәләбәйҙең почетлы гражданы, Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы ла ул.

Бабай халыҡ иҫәбен алыуҙы бик мөһим һәм кәрәкле сара тип иҫәпләй, унда мотлаҡ ҡатнашырға саҡыра.

#перепись #перепись2021 #переписьнаселения #ВПН2021 #ВПН2020Башкортостан #ВПН2020 #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Фото: Инстаграм. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: