Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
19 Октябрь 2021, 13:00

"Халыҡ иҫәбен алыу минең ғаиләмә нимә бирә?"

Шул саҡта ғына йәштәр артабан икенсе һәм артабанғы балаларын табырға ҡарар итәсәк.

"Халыҡ иҫәбен алыу минең ғаиләмә нимә бирә?"
"Халыҡ иҫәбен алыу минең ғаиләмә нимә бирә?"

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ун йылға бер тапҡыр үткәрелә. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тәҡдиме буйынса, барлыҡ илдәр ҙә үҙҙәренең граждандарын иҫәпкә ала. Тик ошондай ысул менән генә донъяның һәр мөйөшөндә барған хәлдәр тураһында тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт алырға мөмкин.

“Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2010” йомғаҡтарынан күрһәтеүенсә, Башҡортостанда ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар иҫәбе араһында әллә ни айырма күҙәтелмәгән: гүзәл зат элеккесә күп. Бынан ун йыл элек республикала йәшәгән халыҡтың 52 процентын улар тәшкил иткән.

Был нимә тураһында һөйләй? Дәүләт балалы ҡатын-ҡыҙҙарға эш менән ғаилә бурыстарын бер юлы алып барыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырырға тейеш. Шул иҫәптән өс йәшкә тиклемге балаларҙы мәктәпкәсә учреждениеларға йөрөтөү мөмкинлеген тыуҙырыуҙы арттырыу юлы менән. Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Хөкүмәте был йүнәлештә төрлө саралар күрҙе. “Демография” милли проекты сиктәрендә төбәк халҡы өс йәшкә тиклем бала ҡарап өйҙә ултырған ҡатындарға һөнәргә уҡыу, квалификация камиллаштырыу мөмкинлеге булдырылды.

Уҙған халыҡ иҫәбен алыуҙың тағы ла бер ыңғай һөҙөмтәһе – бәләкәй балалар өсөн балалар баҡсаһында яңы урындар тыуҙырыу. Ғаиләлә беренсе бала тыуғас, йәш ғаиләгә килеп тыуған ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуҙа ярҙам итеү мөһим. Шул саҡта ғына йәштәр артабан икенсе һәм артабанғы балаларын табырға ҡарар итәсәк.

Халыҡ иҫәбен алыу – беҙҙең киләсәккә асҡыс, шуға ла унда һәр кеше ҡатнашырға тейеш.

Фото: https://vk.com/bashkir_perepis

#ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: