Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
21 Октябрь 2021, 13:00

97 йәшлек ветеран халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты

 Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны халыҡ иҫәбен алыуҙың ил үҫеше өсөн мөһим ваҡиға булыуын яҡшы аңлай. 

97 йәшлек ветеран халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты
97 йәшлек ветеран халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты

Мәсетле районының Һабанаҡ ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тайыф Зарипов Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты. Был хаҡта район журналистары хәбәр итә.

Һуғыш ветераны 1924 йылда Һабанаҡта тыуған. Һуғыш башланғанда уға ни бары 17 йәш була. Йәш офицерҙар курсын тамамлағандан һуң 1-се Украина фронтына эләгә. Батырлығы өсөн яугир I  һәм  II  дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордендары, миҙалдар менән наградлана.

Халыҡ иҫәбен алыусы Илһөйәр Ямалетдинова  ветеран менән әңгәмәләшеү барышында һорауҙарға яуап алған. Тайыф Хәким улының хәтере яҡшы, үҙе һәм балалары, милләте, ҡайҙа йәшәүе һәм теркәлеүе, ниндәй телдәрҙе белеүе тураһында  һөйләгән. Ул халыҡ иҫәбен алыуҙың ил үҫеше өсөн мөһим ваҡиға булыуын яҡшы аңлай.

Тайыф Зарипов барыбыҙ өсөн дә – яуаплылыҡ, намыҫсанлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө. Ул оҙайлы ғүмер кисереү сере менән дә уртаҡлашҡан. ”Мин алкоголле эсемлектәргә һәм тәмәке тартыуға ҡаршы булдым, сәләмәт тормошта йәшәнем. Һеҙгә лә  ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем,” – тигән һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.

Анфиса Ишмөхәмәтова фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: