Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
21 Октябрь 2021, 20:00

Асҡындар дәррәү ҡатнаша

"Бөгөнгә ҡарата район халҡының 12 проценты иҫәпкә алынды, йәғни 3300 самаһы кеше. Сарала ҡатнашыуҙан баш тартҡандар юҡ".

Асҡындар дәррәү ҡатнаша
Асҡындар дәррәү ҡатнаша

Асҡын районында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһын ойоштороуға 34 иҫәп алыусы һәм алты контролер йәлеп ителгән.

Иҫәп алыусы Эльмира Нурмөхәмәтова бер көндә Ҡашҡа ауылындағы маршрутында 41 кешене теркәгән. 14 ноябргә тиклем уға 336 йортто үтергә тура киләсәк.

"Районда яҡынса туғыҙ меңдән ашыу йорт хужалығы бар, иҫәп алыу барышында аныҡ һан билдәле була инде. Яңы йорттарҙың да был күрһәткесте арттырыуы ихтимал. Бөгөнгә ҡарата район халҡының 12 проценты теркәлгән, йәғни 3300 самаһы кеше. Иҫәп алыусылар дүртенсе көн эшләй, әлегә сарала ҡатнашыуҙан баш тартҡандар юҡ", – ти урындағы статистика бүлеге белгесе Әлфиә Сәмиғулова.

Билдәле булыуынса, Халыҡ иҫәбен алыуҙа өс ысул буйынса ҡатнашырға мөмкин:

1) ғәҙәттәгесә, иҫәп алыусыны үҙ йортоңда көтөргә;

2) халыҡ иҫәбен алыу участкаһына килергә;

3) “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша һорауҙарға яуап бирергә.

Беренсе осраҡта иҫәп алыусылар йорттар буйлап йөрөй, улар планшеттар ярҙамында бланктарҙы тултыра.

Икенсе ысулды һайлаһағыҙ, үҙегеҙ иҫәп алыу участкаһына йәки Күп функциялы үҙәккә барып ҡатнашаһығыҙ. Әйткәндәй, унда ирекмәндәр ярҙамын файҙаланырға мөмкин.

Өсөнсө осраҡта – “Дәүләт хеҙмәттәре” аша. Әйткәндәй, был порталда иҫәп алыу сараһы 8 ноябргә тиклем генә бара. Әлеге ысул яңы, заманса. Үҙеңде һәм яҡындарыңды еңел, тиҙ, хәүефһеҙ теркәргә мөмкин. Тик унан, әйтелеүенсә, 8 ноябргә тиклем файҙаланып ҡалырға кәрәк.

Фото: https://vk.com/im?sel=166873706&w=wall4289225_2380%2F9f3298d36c1d72bcbf 

#ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Асҡындар дәррәү ҡатнаша
Асҡындар дәррәү ҡатнаша
Асҡындар дәррәү ҡатнаша
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: