Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
21 Октябрь 2021, 22:00

Башҡортостандың иҫәп алыусыларын бар илгә күрһәтәйек!

"#ЯГеройПереписи" флешмобы иғлан ителде. Унда ҡатнашыу шарттары - яҙмала.

Башҡортостандың иҫәп алыусыларын бар илгә күрһәтәйек!
Башҡортостандың иҫәп алыусыларын бар илгә күрһәтәйек!

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан персонал араһында "#ЯГеройПереписи" флешмобы иғлан ителде. Ул 15 октябрҙә башланды һәм 14 ноябргә ҡәҙәр дауам итәсәк.

Унда ҡатнашыу өсөн:

* иҫәп алыусы махсус кейемендә фотоға төшөп, уны “Бәйләнештә”ге шәхси диуарына ҡуя (аккаунты асыҡ булырға тейеш);

* уға эше тураһында яҙырға кәрәк. Мәҫәлән, ниңә иҫәп алыусы булған, был бурыстың шарттары, теркәү ваҡытында килеп сыҡҡан үҙенсәлекле хәлдәр һәм башҡа темаларҙы яҡтыртырға мөмкин;

* #ЯГеройПереписи”, #ВПНБашкортостан хештегтарын ҡуйырға һәм @bashstat_gks_ru аккаунтын билдәләргә онотмағыҙ;

* фото төшөрөлгән урынды күрһәтегеҙ (район, ҡала, ауыл).

Иң яҡшы фотолар, сара тамамланғас, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сайтына – www.strana2020.ru ҡуйыласаҡ, ә уларҙың авторҙары рәхмәт хаттары һәм бүләктәр аласаҡ. 

Флешмобта ҡатнашығыҙ! Башҡортостандың иҫәп алыусыларын бөтә илгә күрһәтәйек! Репостар эшләргә лә онотмағыҙ.

Фото: https://vk.com/bashstat_gks_ru?z=photo-172759287_457239746%2Falbum-172759287_00%2Frev 

#Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021 #ВиПиН

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: