Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
22 Октябрь 2021, 22:00

Бөрйәндәр "Дәүләт хеҙмәттәре"н әүҙем файҙалана

Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов яҡташтарына нимә тип мөрәжәғәт итте?

Бөрйәндәр "Дәүләт хеҙмәттәре"н әүҙем файҙалана
Бөрйәндәр "Дәүләт хеҙмәттәре"н әүҙем файҙалана

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов яҡташтарын Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

“Хөрмәтле райондаштар! 15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы старт алды. Ул 14 ноябрҙә тамамланасаҡ. Беҙҙең районда алты стационар участка һәм 33 иҫәп алыусы эшләйәсәк. Сарала ҡатнашыу өсөн район үҙәгендәге стационар участкаларға мөрәжәғәт итергә йәки иҫәп алыусыны өйҙә көтөргә кәрәк. Шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында электрон иҫәп алыу битен тултырырға мөмкин.

Барығыҙҙы ла был мөһим саранан ситтә ҡалмаҫҡа, әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Рәсәйгә һәр кем мөһим икәнен һәр беребеҙ аңларға тейеш!” – тип яҙҙы Ғәзиз Манапов.

Дөйөм алғанда, әлегә Бөрйән районы халҡы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында әүҙем ҡатнаша, тип белдерҙе сараны ойоштороусылар.

"Беҙҙең районда 33 иҫәп алыусы, алты контролер һәм иҫәп алыу буйынса бер тулы хоҡуҡлы вәкил эшләй. Халыҡ әүҙем ҡатнаша. Ауырыған кешеләр менән тышта – ҡапҡа төбөнән тороп аралашалар. Шулай уҡ бөрйәндәр “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ла был сарала әүҙем ҡатнаша. Әлегә иҫәп алыу планға ярашлы бара", – тине Бөрйән районы статистика бүлегенең баш белгесе Альбина Бикбулатова.

Фото: https://vk.com/fee

#ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Бөрйәндәр "Дәүләт хеҙмәттәре"н әүҙем файҙалана
Бөрйәндәр "Дәүләт хеҙмәттәре"н әүҙем файҙалана
Бөрйәндәр "Дәүләт хеҙмәттәре"н әүҙем файҙалана
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: