Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
22 Октябрь 2021, 23:00

Граждандар ниндәй хоҡуҡтарын белергә тейеш?

Халыҡ иҫәбен алыуға ҡағылышлы төп һорауҙарға яуаптар тәҡдим итәбеҙ.

Граждандар ниндәй хоҡуҡтарын белергә тейеш?
Граждандар ниндәй хоҡуҡтарын белергә тейеш?

Мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙә әлеге мәлдә 12-се халыҡ иҫәбен алыу бара, меңәрләгән иҫәп алыусы фатирҙар буйлап йөрөй. Был сара ни өсөн кәрәк, хәүефһеҙлек тәьмин ителгәнме? Ошоға ҡағылышлы һорауҙарға яуапты түбәндә табырһығыҙ.

1. Иҫәп алыусылар хәүефһеҙлек сараһын күҙәтә

“Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан иҫәп алыусыларҙың 80 процентҡа яҡынының COVID-19 ҡарата иммунитеты бар, йәғни улар яңыраҡ ауырыған йәки вакцина эшләткән. Шуға ҡарамаҫтан, улар битлектә булырға тейеш.

Иҫәп алыусыны кейеме буйынса танырға мөмкин: “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2021” логотибы булған шарф, сумка-портфель, бишмәт. Уның рәсми танытмаһын һорарға мөмкин, паспорты менән бергә күрһәтергә тейеш.

Уяу булығыҙ! Рәсәй Эске эштәр министрлығы халыҡты иҫәп алыусы булып мутлашыусыларҙың йөрөү ихтималлығы хаҡында ла иҫкәртә. Шик тыуыуы ихтимал, әгәр:

* “иҫәп алыусы” сара ваҡытында килмәһә, йәғни 14 ноябрҙән һуң ишек ҡаҡһа;

* СМС-хәбәр йәки телефон ярҙамында теркәлеү үтергә һораһа. Ысын иҫәп алыусылар паспорт йәки башҡа шәхси мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһынмай һәм уларҙы ҡайҙалыр ебәреүҙе талап итмәй;

* һорау алыуҙы урамда үтергә тәҡдим итһә. Уны тик өйҙә уҙғаралар.

Һеҙҙең иҫәп алыусыны фатирығыҙға индермәҫкә хоҡуғығыҙ бар, коридорҙа ҡатнашырға мөмкин, ә шәхси йорт булһа – ишек алдында.

2. Бер  ниндәй ҙә документ күрһәтергә кәрәкмәй

Бары 33 һорау. Уларға яуап биреү 10-20 минут ала. Һорауға 14 йәштән өлкән һәр кем яуап бирә ала, шулай уҡ бер ғаилә ағзаһы ла.

Ҡайһы берәүҙәр, мәғлүмәт “кәрәкле урын”ға – һалым инспекцияһына барып етәсәк һәм һуңынан йәшерен милекккә һалым килә, тип ҡурҡа. Йәки полиция теркәлмәгән урында йәшәгәнебеҙҙе, ә фатирҙы ҡуртымға тапшырғаныбыҙҙы белер һәм аҡса талап итер, тип уйлай. Әммә иғтибарлап ҡарағыҙ: тултырылған бланктарҙа милек, килем, кемдең фатиры булыуы тураһында мәғлүмәт юҡ. Хатта фамилияғыҙ ҙа. Ҡайһы саҡта иҫәп алыусы эште тикшереү һәм бер үк кешене ике тапҡыр теркәмәҫ өсөн исемегеҙҙе һорауы бар. Яуап бирһәгеҙ ҙә, бирмәһәгеҙ ҙә була – һеҙҙең хоҡуҡ.

Рәсми йәки гражданлыҡ никахында йәшәүегеҙ, өйҙә урыҫса йә башҡортса һөйләшеүегеҙ, йорт бинаһының диуары ниндәй материалдан төҙөлгән, һыу үткәргес бармы – мөһим мәғлүмәттәр, әммә һалым, махсус хеҙмәттәр өсөн кәрәк түгел.

Иҫәп алыуҙың төп маҡсаты кеше һанын иҫәпләү түгел, бының өсөн полицияла, һалым инспекцияһында һәм ЗАГС-та мәғлүмәттәр базаһы бар. Иң мөһиме - йәмғиәтте өйрәнеү, бөгөн республикала кем һәм нисек йәшәүен асыҡлау. Милләт, телдәр белеү, милләт-ара никахтар, никахтың ғәмәлдәге хәле, эшкә барыуға сарыф ителгән ваҡыт, ғаиләләр һаны, торлаҡ шарттары – был мәғлүмәттәр дәүләт базаһында юҡ, уларҙы тик халыҡ иҫәбен алыу аша ғына билдәләргә мөмкин.

3. Үҙең теләгән милләтте күрһәтергә мөмкинме?

Иҫәп алыу ҡағыҙҙарында “Ниндәй милләткә ҡарайһығыҙ?” һорауы асыҡ, йәғни яуаптар күрһәтелмәгән. Был йәһәттән иҫәп алыусыларҙың өгөтләргә, яуапты икеләнеү аҫтына ҡуйырға хоҡуғы юҡ. Үҙеңде “башҡорт” тип тойһаң – шулай тип яҙҙырт. Быны иҫбатларға кәрәкмәй.

Бер нисә милләтте һәм өйҙә һөйләшкән бер нисә туған телде күрһәтергә мөмкин (мәҫәлән, башҡорт һәм урыҫ). Һеҙҙең өсөн ул көндәлек күренеш булһа, ә фән өсөн мөһим – Башҡортостанда һәр өсөнсө никах ҡатнаш һәм уларҙың һаны арта бара.

Үткән халыҡ иҫәбен алыу Башҡортостанда 160 милләт вәкиле йәшәгәнен күрһәтте. Уларҙың 90 проценты йәки 3,6 миллион кеше - рустар, башҡорттар һәм татарҙар. Шулай уҡ сыуаш, мари, украин, мордва, удмурт, беларустар ҙа байтаҡ. Һирәк осрағандар ҙа бар: 18 америка, өс африка, бер көньяҡ афарика (рәсми отчетта шулай күрһәтелгән), ике ильтемен (Камчатка ярымутрауында йәшәгән аҫаба халыҡ), ете чукча һәм Яңы Зеландияның аҫаба халҡына ҡараған бер маори милләте вәкилдәре.

4. Иҫәп алыу һөҙөмтәләрен кешеләрҙең проблемаларын хәл итеү өсөн файҙаланасаҡтар

Иҫәп алыу һөҙөмтәһе 2022 йылдың ғинуар аҙағына әҙер буласаҡ. Дәүләткә был һандар бюджетты, биләмәләрҙе үҫтереү программалары, яңы предприятиелар, газ үткәргестәр, электр линияларын төҙөү өсөн кәрәк. Мәҫәлән, А һәм В ауылдарында балалы ғаиләләр күп булһа, унда баҡса, мәктәп кәрәклеге күренә. Әгәр был төбәктә күптәр вахта ысулы менән эшләһә, хеҙмәт урындары булдырыу зарурлығы асыҡлана.

Мәҫәлән, уҙған иҫәп алыу һөҙөмтәһе буйынса ауылдарҙа халыҡ һаны кәмеүе билдәләнде. Һөҙөмтәлә йәшәү кимәлен күтәреү буйынса программалар ҡабул ителде – “Ауыл табибы”, ФАП-тарҙы тергеҙеү, ауыл ипотекаһы, газ индереү һәм башҡалар.

2010 йылда уҙған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда шундай мәғлүмәттәр асыҡланды:

– төбәктә 4072393 кеше йәшәгән. Был Волга буйы федераль округы буйынса – беренсе, ә Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урын;

– халыҡтың 60,4 проценты – ҡалала, 39,6 проценты ауыл ерендә йәшәй;

– уртаса йәш 37,9 тәшкил итә, 2020 йылда иһә 36,4 булған;

– эшкә һәләтле йәштәге кешеләр – 61,6 процент, был йәштән үткәндәр – 20,2 процент, балалар һәм үҫмерҙәр – 18,2 процент (0,74 миллион);

– 1000 ир-егеткә 1139 ҡатын-ҡыҙ тура килгән;

– халыҡтың 89,3 проценты Башҡортостанда тыуған һәм үҫкән, 10,7 проценты – унан ситтә, шул иҫәптән 275 мең башҡа төбәктәрҙә, 150 меңе – элекке Советтар Союзына ҡараған республикаларҙа һәм биш меңе – бүтән илдәрҙә;

– халыҡтың 97,4 проценты шәхси бер бүлмәле йәки күп фатирлы йорттарҙа йәшәй, 2,5 проценты – дөйөм ятаҡтарҙа, 0,1 проценты – башҡа торлаҡ биналарҙа;

– кешеләрҙең 48,4 проценты 1971 – 1995 йылдарҙа төҙөлгән, 25 проценты – 1957 – 1970 йылдарҙағы, 17,6 проценты һуңғы 15 йылда һалынған йорттарҙа көн күрә.

5. Иҫәп алыу йыш үткәреләме?

Рәсәй тарихында 11 халыҡ иҫәбен алыу уҙғарылған. Беренсеһе 1897 йылда ойошторолған, ул саҡта 125,7 миллион кеше йәшәгән. Рәсәйҙең яңы тарихында 2002 йылда үткәрелгән.

Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәргә был сараны ун йылға бер тапҡыр ойоштороп торорға тәҡдим итә. Ошо ваҡыт эсендә яңы быуын үҫеп сыға һәм төбәктәр үҫешендә яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килә. 2021–2022 йылдарҙа халыҡ иҫәбен алыу донъяның 80 илендә үтәсәк.

Фото: "Башинформ".

Граждандар ниндәй хоҡуҡтарын белергә тейеш?
Граждандар ниндәй хоҡуҡтарын белергә тейеш?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: