Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
22 Октябрь , 13:00

Күп функцииялы үҙәктә лә иҫәпкә алалар

Күп функциялы үҙәктә теркәлгән саҡта алдан яҙылыу талап ителмәй, сират буйынса иҫәпкә алыуҙа ҡатнашырға мөмкин.

Күп функцииялы үҙәктә лә иҫәпкә алалар

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға теләгәндәр Күп функциялы үҙәккә лә мөрәжәғәт итә ала.

Мәҫәлән, Күп функциялы үҙәктең Белорет филиалында ла (Белорет ҡалаһы, 5 июль урамы, 3-сө йорт) был йүнәлештә эш яҡшы ойошторолған. Бында халыҡты эш көндәрендә – иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем, шәмбе көндө иртәнге сәғәт 9-ҙан төшкө сәғәт 4-кә тиклем ҡабул итәләр.  

Күп функциялы үҙәктә теркәлгән саҡта алдан яҙылыу талап ителмәй, сират буйынса иҫәпкә алыуҙа ҡатнашырға мөмкин. Участкала ике иҫәпкә алыусы эшләй, шулай уҡ ирекмәндәр ҙә йәлеп ителгән – улар халыҡҡа иҫәп алыуҙа ҡатнашыуҙың мөһимлеген аңлата һәм “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша һорауҙарға яуап бирергә ярҙамлаша.  

Шулай итеп, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыусылар 14 ноябргә тиклем Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итә ала.


Фото: https://vk.com/beloradm?z=photo-172754458_457254178%2Falbum-172754458_00%2Frev


#Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021 #ВиПиН

Автор:Рәмилә Мусина