Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
22 Октябрь 2021, 13:24

Уңайлы шарттар булдырылған

“Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша сарала ҡатнашыу 8 ноябрҙә тамамлана.

Ғәҙәттә, уңыш йыйыу осорон яуаплы мәлгә тиңләйбеҙ. Әлбиттә, был хәҡиҡәт менән бәхәсләшеү урынһыҙ, әммә тормошобоҙҙа киләсәктә ҡайһы ауылдарға юлдар һалынырын, мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөләсәген, газ үткәреләсәген хәл итеүгә тос өлөш индергән ҡайһы бер сәйәси ваҡиғаларҙың мөһимлеге тураһында ла оноторға ярамай. Уларҙың береһе – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу. Бер ҡарауға ябай ғына сара кеүек, әммә илебеҙҙең алдағы тиҫтә йылдағы үҫешенә нәҡ ошо кампанияла тупланған һандар нигеҙ булып һалынасаҡ.

 

Өс юлы бар

 

Халыҡ иҫәбен алыуҙа өс ысул ярҙамында ҡатнашырға була:

  1. Ғәҙәттәгесә, иҫәпкә алыусыны үҙ йортоңда көтөргә.
  2. Халыҡ иҫәбен алыу участкаһына килергә.
  3. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша иҫәпкә алыу сараһында ҡатнашырға.

Беренсе осраҡта – иҫәпкә алыусылар йорттар буйлап йөрөй, йәғни улар планшет компьютерҙары ярҙамында бланкыларҙы тултыра.

Икенсе осраҡта – үҙегеҙ иҫәпкә алыу участкаһына һәм Күп функциялы үҙәккә барып ҡатнаша алаһығыҙ. Әйткәндәй, унда ирекмәндәрҙең ярҙамынан файҙаланырға мөмкин.

Әйткәндәй, “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша иҫәпкә алыу сараһы 8 ноябргә тиклем генә бара. Ошо сайтта иҫәпкә алыуҙың иң яңы, заманса, үҙеңде һәм яҡындарыңды еңел, тиҙ һәм хәүефһеҙ теркәү ысулы. Тик был мөмкинлектән 15 октябрҙән 8 ноябргә тиклем файҙаланып ҡалырға кәрәк.

 

Онлайн тәртибе уңайлы

 

Иҫәпкә алыу кампанияһы һанлы технологиялар ҡулланыу йәһәтенән алдағыларынан айырылып тора. Был ысулды файҙаланыу өсөн тәү сиратта “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында алдан уҡ теркәлеү мотлаҡ.

Онлайн рәүешендә ҡатнашыу “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында иҫәпкә алыу ҡағыҙын үҙаллы тултырыу мөмкинлеге ул. Был ваҡыт ҡәҙерен белгәндәр өсөн уңайлы. “SuperJob” порталы уҙғарған һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, ул – иң таралған ысул: сарала ҡатнашҡандарҙың 58 проценты шулай яуап биргән. Халыҡ иҫәбен алыу сараһы башланғас, тәүге көндәрҙә үк биш миллиондан ашыу кеше онлайн тәртибендә ҡатнашҡан.

Был ысулдың өҫтөнлөктәре:

3 хәүефһеҙ – сит кешеләр менән бәйләнеш юҡ;

3 тиҙ – бланкты тултырыуға уртаса бер нисә минут ваҡыт китә;

3 уңайлы – теләгән ваҡытта иҫәпкә алыуҙа ҡатнашырға мөмкин;

3 кәрәк саҡта бер аҙға туҡтап, һуңынан дауам итергә була; 

3 һәйбәт – уны үткәндән һуң бүләк тә аласаҡһығыҙ.

 

“Дәүләт хеҙмәттәре” аша ҡатнашыу

 

Бының өсөн “Андроид” йәки “iOS” операция системалы смартфон йәки планшет, “Windows” йәки “iOS” операция системаһы булған компьютер талап ителә. Улар аша https://www.gosuslugi.ru порталына күсергә йәки инергә кәрәк.

“Дәүләт хеҙмәттәре” порталында ҡулланыусы өсөн өс төр йүнәлеш бар: ябайлаштырылған, стандарт һәм раҫланған.

Ябайлаштырылған теркәлеүҙә электрон почтағыҙҙы күрһәтеү ҙә етә, әммә иҫәпкә алыуҙа ҡатнашыу өсөн иң ябай стандарт иҫәп теркәүе булырға тейеш. Раҫланған аккаунт барлыҡ төрҙәге электрон дәүләт хеҙмәттәренә инеү мөмкинлеген бирә.

Стандарт иҫәп теркәүе өсөн паспорт мәғлүмәттәре, СНИЛС, мобиль телефон кәрәк. Был мәғлүмәттәрҙе автомат рәүешендә тикшереүгә 5–15 минут талап ителә.

Шулай итеп:

  1. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына инәһегеҙ – https://www.gosuslugi.ru;
  2. “Халыҡ иҫәбен алыуҙы үтергә” хеҙмәтен һайлайһығыҙ;
  3. Һорауҙарға яуап бирәһегеҙ. Үҙегеҙҙе генә түгел, бергә йәшәгәндәрҙең бөтәһен дә теркәйһегеҙ;
  4. Бөтә һорауҙарға яуап биреп бөткәс, “Тамамларға” төймәһенә баҫаһығыҙ;
  5. Почтағыҙға йәки мобиль телефонығыҙға йорт хужалығына QR-код һәм һәр йорт хужалығындағы һәр ағзаға һанлы код киләсәк. Уны һеҙҙең йортҡа килгән иҫәпкә алыусыға күрһәтергә кәрәк. Был “Росстат” мәғлүмәттәр базаһында яҙманы ҡабатлауҙан һаҡлаясаҡ.

Йортта ла көтөргә мөмкин

 

Башҡортостан халыҡ һаны буйынса ил төбәктәре араһында – етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. Иҫәпкә алыусылар кеше йәшәгән йәки йәшәүе ихтимал булған 1,9 миллион торлаҡ бинаны үтәсәк. Улар был эште иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 10-ға тиклем алып барасаҡ.

Иҫәпкә алыусыны еңел танырға мөмкин: ул “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020” символикаһы булған зәңгәр бишмәт, шарф һәм сумка менән йөрөй, планшет компьютеры ярҙамында теркәй. Шулай уҡ таныҡлығын һәм паспортын күрһәтергә тейеш.

– Иҫәпкә алыусының эше еңелдән түгел. Ул билдәле бер һандағы хужалыҡтарҙы үтергә, иҫәпкә алыуҙы ойоштороу инструкцияһын һәм документтарҙы тултырырға һәм халыҡ тураһында мәғлүмәттәр йыйғанда планшеттан файҙалана белергә тейеш. Бынан тыш, респондентты һөйләшеүгә ылыҡтырыу һәм уның менән уртаҡ тел таба белеү ҙә кәрәк.

18 октябрҙән иҫәпкә алыусылар халыҡ менән эшләй башланы, йорттар һәм фатирҙар буйлап йөрөй. Улар “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы йәки иҫәпкә алыу участкалары аша сарала ҡатнашмаған кешеләрҙән һорау ала, – тип аңлатма бирҙеләр “Башҡортостанстат”тан.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем бара. Башҡортостанда 1235 иҫәпкә алыу пункты булдырылған, улар граждандарҙы ҡабул итеү өсөн барлыҡ ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Улар иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-гә тиклем хеҙмәтләндерә. Участкаларҙың адрестары һәм эш ваҡыты менән “Башҡортостанстат”тың сайтында танышырға мөмкин.

Республикала был сараға 7431 иҫәпсе һәм 1235 контролер йәлеп ителгән.

Альбина УСМАНОВА, Дәүләт статистикаһының Белорет ҡалаһындағы бүлек начальнигы:

– Беҙҙең районда халыҡ иҫәбен алыуҙа 31 контролер һәм 183 иҫәпкә алыусы ҡатнаша: Белорет ҡалаһында – 117, ауыл ерендә – 66. Ҡалала бер иҫәпкә алыусыға уртаса 552 кешене теркәргә кәрәк булһа, ауыл ерендә 543 кеше тура килә.

Торлаҡ биналар буйлап йөрөгәндә иҫәпкә алыусылар махсус программа менән тәьмин ителгән планшеттарҙы ҡуллана. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша иҫәпкә алыу сараһында ҡатнашҡан саҡта респондентҡа иҫәпсегә порталдан алынған QR-код йәки һанлы кодты күрһәтеү фарыз. Шулай уҡ иҫәпкә алыу участкаларында, шул иҫәптән дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәткән Күп функциялы үҙәк биналарында яҙышырға мөмкин.

Әгәр ҙә иҫәпкә алыусы өйҙә бер кемде лә тап итмәһә, ул почта йәшнигендә яҡындағы иҫәпкә алыу участкаһының адресын һәм “Дәүләт хеҙмәт­тәре” сайтында үҙаллы иҫәпкә алыу ҡағыҙын тултырыу мөм­кинлеге тураһында мәғлүмәт яҙылған листовка ҡалдыра ала.

Иҫәпселәр дәүләт ҡуйған бурысты үтәй, шуға ла халыҡ уларҙың эшен аңлап ҡабул итер һәм әҙәпле хеҙмәттәшлек итер, тип ышанабыҙ. Һер кешене мөһим сарала әүҙем ҡатнашырға һәм районыбыҙҙың, ҡалабыҙҙың, республикабыҙҙың тарихында үҙ эҙегеҙҙе ҡалдырырға саҡырабыҙ.

 

Гөлнара ИҪӘНБАЕВА, Ҡыр­мыҫҡалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьә­ләләр буйынса урынбаҫары:

– Ҡырмыҫҡалы районында халыҡ иҫәбен алыу планға ярашлы бара. Мәҫәлән, 19 октябргә ҡарата 2,5 мең кеше ҡат­нашҡан, был районда йәшәгән халыҡтың биш проценты самаһы. Әйтергә кәрәк, ошо күрһәткестәргә “Дәүләт хеҙ­мәттәре” порталы аша халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡандар индерелмәгән. 

Районда 16 иҫәпкә алыу участкаһы булдырылған. Мөһим сараға 16 контролер һәм 97 иҫәпкә алыусы йәлеп ителгән.

Беҙҙә 122 ауыл бар. Халыҡ был сараны ыңғай, аңлап ҡабул итә. Аңлатыу эше лә алып барыла: район гәзитендә, социаль селтәрҙә мәғлүмәт биреп торабыҙ. Иҫәпселәрҙең урын­дағы халыҡты яҡшы белеүе лә эште еңеләйтә, сөнки кешеләр уларға ышаныс белдерә, көтөп ала.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас: