Халыҡ иҫәбен алыу
23 Октябрь 2021, 14:00

Ҡариҙелдәр ыңғай ҡарашта

Юлия Бланк иҫәпкә алыу барышында ниндәй хәлгә осраған?

Ҡариҙелдәр ыңғай ҡараштаҠариҙелдәр ыңғай ҡарашта
Ҡариҙелдәр ыңғай ҡарашта

Әле илдә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бара һәм унда ҡатнашыусылар мөһим саралағы эшмәкәрлектәре, үҙенсәлекле осраҡтар, күҙәтеүҙәре тураһында  социаль селтәрҙә лә уртаҡлашып тора.

Мәҫәлән, Ҡариҙел районынан иҫәпкә алыусы Юлия Бланк үҙенең аккаунтында белдереүенсә, әле ҡариҙелдәр был сараға ыңғай ҡараш белдерә һәм илдә барған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың мөһимлеген аңлап ҡабул итә.

– Мин бер адресҡа барғайным, унда йәшәгәндәр коронавирус инфекцияһына бәйле карантинда булыуҙарын белдерҙе. Ул саҡта телефон аша аралашыуҙарын һораным, улар ихлас ризалашты. Шулай итеп, биш кешенән торған күп балалы ғаиләне иҫәпкә алдым, – тип уртаҡлашты Юлия Бланк.

Фото: социаль селтәрҙән.

#Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021 #переписчик #переписчикВПН#дневникпереписи #перваяцифровая

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас