

Бөрйән район мәҙәниәт йортонда район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов һәм уның социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева райондың иҫәпкә алыусылары һәм контролёрҙар менән сираттағы семинар ойошторған.
“Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһының етдилеген билдәләп, Ғәзиз Миңләхмәт улы мөһим ваҡиғанан районыбыҙҙа, ил-йортта бер кем дә ситтә ҡалмаҫына, был сараға әүҙем ҡушылырына, исемен тарихҡа мотлаҡ рәүештә индерәсәгенә ышанысын белдерҙе, эш барышы менән ҡыҙыҡһынып, халыҡҡа уңыштар теләне, үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Венера Фәрит ҡыҙы ойоштороу эшенең яҡшы барыуын, райондаштарҙың тарихи ваҡиғаға ҡарата әүҙемлеген билдәләп үтте, эш барышында килеп сыҡҡан һорауҙарға туҡталды, иҫәпкә алыусыларҙан коронавирус инфекцияһына бәйле бөтә санитар талаптарҙы күҙәтеүҙәрен һораны, уларҙың һәр береһен өҫтәмә рәүештә антисептиктар, битлектәр менән тәьмин итеүгә өлгәште. Артабан иҫәпкә алыусылар фекер алышты.
Халыҡ иҫәбен алыусылар үҙ эшен күңеле менән бирелеп, яратып башҡара. Улар араһында төрлө өлкәлә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан апайҙар ҙа бар: Вәзирә Ҡорамшина, Хәмдиә Нәҙершина контролерҙар булып, ең һыҙғанып эшләп йөрөйҙәр.
Пандемия булыуға ҡарамаҫтан, Бөрйән районында халыҡ бик әүҙем. Оло быуын кешеләре әүҙемлек күрһәтә. Иҫке Собханғол ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулла ағай Ваһапов, һуғыш осоро балалары, тыл һәм хеҙмәт батырҙары илдең именлеген, тыныслығын, киләсәген күҙаллап, алдағы көндәргә ҙур өмөт, ышаныс, изге теләктәр солғанышында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа яҡындан ҡатнаша.
Афарин, бөрйәндәр! Иҫәптә лә, һанда ла булайыҡ!” – тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә иҫәпкә алыусы Сәйҙә Сәйәхова.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.