Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
24 Октябрь 2021, 15:00

Бер генә кешене иҫәпкә алғандар

89 йәшлек Кинйәғол Сәлимгәрәев тотош ауылда яңғыҙы тороп ҡалһа ла, күсеп китергә йыйынмай.

Бер генә кешене иҫәпкә алғандар
Бер генә кешене иҫәпкә алғандар

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы барышында иҫәпкә алыусылар Белорет районының иң төпкөл ауылдарының береһе – Собханғолға ла барып еткән. Был ауылға барыу өсөн улар өс сәғәтлек ауыр юл үтергә мәжбүр булған. Етмәһә, унда бәйләнеш тә юҡ.  

Собханғол ауылы бөткән тиерлек, унда бер кеше генә йәшәй – 89 йәшлек Кинйәғол Сәлимгәрәев. Иҫәпкә алыусы белдереүенсә, ул ҡунаҡтарҙы көтмәгән, әммә барлыҡ һорауҙарға ла яуап биргән.

Собханғол ауылының һуңғы уҙаманы тураһында быға тиклем дә репортаждар, документаль фильмдар төшөрөлдө. Кинйәғол Сәлимгәрәев ауылда яңғыҙы тороп ҡалһа ла, күсеп китергә йыйынмай, нигеҙенә тоғро ҡала – уға бындағы һәүетемсә һәм тыныс тормош оҡшай.

– Беҙҙең Белорет районында халыҡ иҫәбен алыуҙа 31 контролер һәм 183 иҫәпкә алыусы ҡатнаша, йәғни Белорет ҡалаһында – 117, ауыл ерендә – 66. Ҡалала бер иҫәпкә алыусыға уртаса 552 кешене теркәргә кәрәк булһа, ауыл ерендә иҫәпкә алыусыға 543 кеше тура килә, – тине Дәүләт статистикаһының Белорет ҡалаһындағы бүлеге начальнигы Альбина Усманова.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле илебеҙҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бара. Мөһим сара 14 ноябрҙә тамамлана. Унда ҡатнашыу – һәр граждандың изге бурысы.

Фото: https://vk.com/bashstat_gks_ru?z=photo-172759287_457239777%2Falbum-172759287_00%2Frev

  #Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021 #дневникпереписи

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: