Халыҡ иҫәбен алыу
25 Октябрь 2021, 04:00

"Башҡорт булып яҙылдым!"

Танылған журналист Сибәғәт Рахманғолов ни өсөн байрамса кейенгән? Был хаҡта ул нимә тип яҙған?

"Башҡорт булып яҙылдым!""Башҡорт булып яҙылдым!"
"Башҡорт булып яҙылдым!"

Журналист Сибәғәт Рахманғолов Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында әүҙем ҡатнашҡан. Был хаҡта ул үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙған. 

"Бөгөн төшкө аштан һуң халыҡ иҫәбен алыусы ҡыҙҙар беҙҙең фатирға ла килеп керҙе. Уларҙы күргәс, туҡтағыҙ, был бит оло байрам, матур итеп кейенәйем, тинем. Риза булып, көтөп торҙолар.
"Нимәгә шул тиклем кейенеп алдығыҙ?" - тип һорап ҡуйҙы хисапсы ҡыҙҙарҙың береһе, яҙыу эшен тамамлағас. "Байрам бит, шуға күрә байрамса булһын тип кейендем," - тинем ҡыҙҙарға. "Ниндәй байрам?" - тип ғәжәпләнде ҡыҙҙарҙың икенсеһе. "Башҡорт булып яҙылдым!" - тинем мин ғорурланып.
Һеҙ ҙә милләтебеҙҙең бәҫен төшөрмәгеҙ, дуҫтар!"

Фото: Сибәғәт Рахманғоловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

#ПереписьНаселения2020 # ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан  #иҫәптәләһандалабулайыҡ

Автор:Карима Усманова
Читайте нас