Әбйәлил районы халҡы ла Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында әүҙем ҡатнаша. Төбәктә халыҡты теркәү менән 100-гә яҡын иҫәп алыусы шөғөлләнә, улар стационар участкаларҙа ла эшләй, йорттар буйлап та йөрөй.
Гөлдәр Әхмәтйәнова Асҡар үҙәк китапханаһында эшләй, ә иҫәп алыу кампанияһы барышында ул һөнәрен алмаштырып торорға булған. Пандемия шарттарында хәүефһеҙлек талаптары мөһим, вакцина эшләттек, битлек режимын һаҡлайбыҙ. Алдан курстар ҙа ойошторолдо, ти Гөлдәр Әхмәтйәнова. Әбйәлил районында әле 10 меңгә яҡын кеше иҫәп алыу кампанияһында ҡатнашҡан. Бер көндә генә 200-гә яҡын кешене теркәгән хеҙмәткәрҙәр бар. Иҫәп алыусылар йорттар буйлап та йөрөй, шулай уҡ стационар пункттар ҙа асылған. Шуларҙың береһе күп функциялы үҙәктә. Әбйәлилдәр әйтеүенсә, төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлектәре бар. Район Силәбе өлкәһе менән сиктәш, йөрөп эшләүселәр байтаҡ. Шуға күрә уларҙы ла урында теркәү мөһим.
Иҫәп алыу тотош илдә халыҡтың һанын, социаль-иҡтисади хәлде баһалау мөмкинлеге бирә. Мәҫәлән, шул уҡ Әсәлек капиталы ла уҙған кампаниянан һуң индерелә. Милли проекттарҙы финансау күләме лә иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса билдәләнә.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бер ай дауамында бара, тарихи йылъяҙмаға үҙеңде дәүләт хеҙмәте порталы аша ла, иҫәп алыусылар аша ла яҙырға мөмкин.
Сығанаҡ һәм фото: bash.news