

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланыуға ун көн үтте. Әле сараның иң ҡыҙған мәле.
Әлбиттә, был кампанияға төрлө ҡараштағы кешеләр осрай, әммә күпселек уны ихлас ҡабул итә. Мәҫәлән, Благовещен районында халыҡ сараға ыңғай ҡарашта.
"Беҙҙең иҫәп алыу көндәре бер-береһенән әллә ни айырылмай. Ауылдарҙа ихлас ҡаршылайҙар, сәйгә саҡыралар. Беҙҙең Иҙәк биләмәһендә ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй", – ти иҫәп алыусы Фәйрүзә Воронкова.
Бындай сара тәжрибәле белгес өсөн дүртенсеһе. Уңған ханым быйыл йәй үткән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуға ла үҙ өлөшөн индергән. Асыҡ, алсаҡ ҡатынды ауылдаштары ла, статистика бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә хөрмәт итә.
Дөйөм алғанда, әлеге мәлдә Благовещен районында һәм ҡалаһында 90 иҫәп алыусы, 15 контролер эшләй. Сара тыныс шарттарҙа үтә, айырыуса районда йәшәгән халыҡ әүҙем, ихлас, ти ойоштороусылар.
Фото: "Бәйләнештә".
#Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021 #переписчик #переписчикВПН#дневникпереписи #перваяцифровая