

Мәғлүм булыуынса, 15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды. Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 7431 иҫәпкә алыусы халыҡтан мәғлүмәт йыйыу менән шөғөлләнә башланы. Шулай уҡ 1235 контролер был эшкә йәлеп ителгән, 641 ирекмән ярҙам итә.
Башҡортостан халыҡ һаны буйынса ил төбәктәре араһында – етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. Был халыҡ иҫәбен алыуға йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәр иңенә һалынған яуаплылыҡты тағы ла арттыра. Әйтергә кәрәк, иҫәпкә алыусыларҙың эше еңелдән түгел – улар алдында 14 ноябргә тиклем кеше йәшәгән йәки йәшәү ихтималы булған 1,9 миллион торлаҡ бинаны йөрөп сығыу бурысы тора. Иҫәпкә алыусылар был күләмде үтәү өсөн иртәнге сәғәт 8-ҙән эш башлай һәм киске сәғәт 10-ға тиклем бурысын атҡара.
Ул билдәле бер һандағы хужалыҡтар буйлап үтергә, иҫәпкә алыуҙы ойоштороу ҡулланмаһын һәм документтарҙы тултырырға һәм халыҡ тураһында мәғлүмәт йыйғанда планшеттан файҙалана белергә тейеш. Бынан тыш, респондентты һөйләшеүгә ылыҡтырырға һәм уның менән уртаҡ тел таба белеү ҙә кәрәк. 18 октябрҙән иҫәпкә алыусылар фатир һәм йорттар буйлап йөрөй башланы. Улар “Дәүләт хеҙмәте” порталы йәки иҫәпкә алыу участкалары аша сарала ҡатнашмаған кешеләрҙән һорау алалар.
Асҡын районында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһын ойоштороуға 34 иҫәпкә алыусы һәм алты контролер йәлеп ителгән.
Иҫәпкә алыусы Эльмира Нурмөхәмәтова бер көндә Ҡашҡа ауылында 41 кешене теркәгән. 14 ноябргә тиклем уға 336 йорт буйлап үтергә тура киләсәк.
– Районда яҡынса туғыҙ меңдән ашыу йорт хужалығы бар, иҫәп алыу барышында аныҡ һан билдәле була инде. Яңы йорттарҙың да был күрһәткесте арттырыуы ихтимал. Иҫәпкә алыусылар әүҙем эшләй, әлегә сарала ҡатнашыуҙан баш тартҡан кешеләр юҡ, – ти урындағы статистика бүлеге белгесе Әлфиә Сәмиғулова.
Бөрйән районында алты стационар участка һәм 33 иҫәпкә алыусы һәм иҫәп алыу буйынса бер тулы хоҡуҡлы вәкил эшләй. Дөйөм алғанда, әлегә Бөрйән районы халҡы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһында дәррәү ҡатнаша, тип белдерҙе сараны ойоштороусылар.
– Иҫәпкә алыусылар ауырыған кешеләр менән тышта – ҡапҡа төбөндә тороп аралаша. Шулай уҡ бөрйәндәр “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ла был сарала әүҙем ҡатнаша. Әлегә иҫәп алыу планға ярашлы бара, – тине Бөрйән районы статистика бүлегенең баш белгесе Альбина Бикбулатова.
Илеш районында ла Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы ыңғай бара. Йәркәйҙән иҫәпкә алыусы Айгөл Ҡазыханова үҙенең социаль селтәрҙәге диуарында “бында йомарт, намыҫлы һәм яуаплы халыҡ йәшәй” тип белдерҙе.
“Бөгөн иҫәпкә алыусыны иҫәпкә алдым! Илгизә апай “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020” командаһында, ә беҙҙең команда көслө һәм татыу. Бөтәбеҙ ҙә бер районда йәшәйбеҙ, бер ауылда, бер-беребеҙҙе күптән беләбеҙ – иҫәпкә алыусылар һәм иҫәпкә алыныусылар. Шуға ла һәр ихатала элекке танышы кеүек ҡаршы алалар, һорауҙарға ихлас яуап бирәләр. Изге теләктә булған кешеләр күп: йорттарына саҡыралар, сәй тәҡдим итәләр (итәғәтле генә баш тартабыҙ) һәм иҫәпкә алыусы килеүен иҫкәртеп, күршеләренә шылтыраталар, уларға тиклем оҙатып та ҡуялар, кем ҡасан өйҙә булғанын да әйтәләр. Донъя нисек кенә үҙгәрмәһен, ауылда кеше йомарт күңелле, намыҫлы һәм яуаплы. Бала саҡтан Йәркәйҙә йәшәйем, миңә бында оҡшай! – тип хистәрен уртаҡлаша Айгөл Ҡазыханова.
Ҡариҙел районынан иҫәпкә алыусы Юлия Бланк әйтеүенсә, әле ҡариҙелдәр ҙә был сараға ыңғай ҡарашын белдерә һәм илдә барған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың мөһимлеген аңлап ҡабул итә.
– Бер адрес буйынса барғайным, унда йәшәгәндәр коронавирус инфекцияһына бәйле карантинда булыуын белдерҙе. Улайһа, телефон аша аралашыуҙарын һораным, ихлас ризалаштылар. Шулай итеп, биш кешенән торған күп балалы ғаиләне иҫәпкә алдым, – ти ул.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһы барышында иҫәпкә алыусылар Белорет районының иң төпкөл ауылдарының береһе – Собханғолға ла барып еткән. Унда барыу өсөн улар өс сәғәтлек ауыр юл үтергә мәжбүр булған. Етмәһә, унда телефон бәйләнеше лә юҡ.
Собханғол ауылы бөткән тиерлек, унда бер кеше генә йәшәй – 89 йәшлек Кинйәғол Сәлимгәрәев. Иҫәпкә алыусы белдереүенсә, ул ҡунаҡтарҙы көтмәгән, шулай ҙа барлыҡ һорауҙарға ла яуап биргән.
Собханғол ауылының һуңғы уҙаманы тураһында быға тиклем дә репортаждар, документаль фильмдар төшөрөлдө. Кинйәғол Сәлимгәрәев бында яңғыҙы тороп ҡалһа ла, күсеп китергә йыйынмай, нигеҙенә тоғро ҡала – уға һәүетемсә һәм тыныс тормош оҡшай.
– Беҙҙең Белорет районында халыҡ иҫәбен алыуҙа 31 контролер һәм 183 иҫәпкә алыусы ҡатнаша, йәғни Белорет ҡалаһында – 117, ауыл ерендә – 66. Ҡалала бер иҫәпкә алыусыға уртаса 552 кешене теркәргә кәрәк булһа, ауыл ерендә берәүгә 543 кеше тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫәпкә алыу барышында был сараның мөһимлеген аңлап етмәгән кешеләр ҙә осрай. Өйөнә барған иҫәпкә алыусыға этте һөсләтеү кеүек ике осраҡ булды. Ҡайһы берәүҙәр коронавирус йоҡторорбоҙ тип ҡурҡа, шулай уҡ сирләгән кешеләрҙән һорау алыу ҙа ауырлыҡтар тыуҙыра, – тине Дәүләт статистикаһының Белорет ҡалаһындағы бүлеге начальнигы Альбина Усманова.
Әйтергә кәрәк, был мәкерле сирҙең таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, участка биналарын көндәлек йыйыштырыу, елләтеү, шәхси хәүефһеҙ арауыҡты күҙәтеү, һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү буйынса талаптар үтәлә, урындарҙа иҫкәртеү ҡағиҙәләре элеп ҡуйылған.
Иҫәпкә алыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ кешеләр ҙә шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән, уларға күп тапҡыр ҡулланыла торған битлек һәм туҡыма бирсәткәләр бирелгән.
Билдәле булыуынса, халыҡ иҫәбен алыуҙа өс ысул менән ҡатнашырға мөмкин:
1) ғәҙәттәгесә, иҫәпкә алыусыны үҙ йортоңда көтөргә;
2) халыҡ иҫәбен алыу участкаһына килергә;
3) “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша һорауҙарға яуап бирергә.
Беренсе осраҡта иҫәпкә алыусылар йорттар буйлап йөрөй, улар бланктарҙы планшеттар ярҙамында тултыра.
Икенсе ысулды һайлаһағыҙ, үҙегеҙ иҫәпкә алыу участкаһына йәки Күп функциялы үҙәккә бараһығыҙ. Әйткәндәй, унда ирекмәндәр ярҙамынан файҙаланырға мөмкин.
Өсөнсө осраҡта – “Дәүләт хеҙмәттәре” аша. Әйткәндәй, был порталда иҫәпкә алыу сараһы 8 ноябргә тиклем генә бара. Әлеге ысул яңы, заманса. Үҙеңде һәм яҡындарыңды еңел, тиҙ, хәүефһеҙ теркәргә мөмкин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем бара. Ул һанлы рәүештә ойошторола, йәғни иҫәпкә алыусылар бланктарҙы планшет компьютерҙар ярҙамында тултыра. Шулай уҡ үҙегеҙ ҙә иҫәпкә алыу участкаһына һәм Күп функциялы үҙәккә барып, был мөһим сарала ҡатнаша алаһығыҙ.
Гөлнур ҠОЛҺАРИНА, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:
– Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаштым. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары ла был йәһәттән әүҙемлек күрһәтте. Халыҡтың үҙаңын уятыуға бәйле “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”, “Өләсәйем әкиәттәре” кеүек проекттарҙы ла тормошҡа ашырҙыҡ.
Әйткәндәй, ойошма ағзалары үҙҙәре лә иҫәпкә алыусы булып теркәлде. Улар әйтеүенсә, пандемия был сараны уҙғарыуҙы бер аҙ ҡатмарлаштыра. Әлбиттә, был осраҡта ҡурҡырға ярамай, сөнки иҫәпкә алыусылар хәүефһеҙлек сараһын күреп, санитар нормаларҙы һәм хәүефһеҙ арауыҡты һаҡлап эш итә. Мәғлүм булыуынса, иҫәпкә алыусыларҙың бөтәһе лә тиерлек коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатҡан.
Был Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һанлы булыуы менән дә уңайлы. Сарала “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнашыу бер ниндәй ҙә шикләнеүҙәргә урын ҡалдырмай. Бөтәһе лә ошо мөмкинлектән файҙалана ала. Бәлки, интернет ҡулланмаған өлкән быуын кешеләре өсөн был ҡулай түгелдер. Уларға инде өйҙәрендә иҫәпкә алыусыны көтөргә ҡала йәки арауыҡ һаҡлап, тышта аралашырға мөмкин.
Төрлө ысулдар ҡулланып, мөһим сарала ҡатнашырға бурыслыбыҙ һәм Рәсәй тарихында эҙебеҙҙе ҡалдырырға тейешбеҙ, тип һанайым.
- Рәмилә МУСИНА.