Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
26 Октябрь 2021, 20:00

Һеҙ уларҙы беләһегеҙме, таныйһығыҙмы?

Мөһим сараның йөҙө - иҫәп алыусылар.

Һеҙ уларҙы беләһегеҙме, таныйһығыҙмы?
Һеҙ уларҙы беләһегеҙме, таныйһығыҙмы?

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу барышында уларҙы бар ерҙә лә күрергә, осратырға мөмкин. Иҫәп алыусыларҙың үҙ бурыстарына ниндәй яуаплылыҡ менән ҡарауы ла күренә. Кемдер беренсе тапҡыр ҡатнаша, кемдеңдер инде бай тәжрибәһе бар, әммә барыһы ла әлеге кампанияның йөҙө булып тора.

Был коллажда республикала халыҡ иҫәбен алыуға тос өлөш индергән бер төркөм иҫәпкә алыусы ҡуйылған. Һеҙ уларҙы беләһегеҙме, таныйһығыҙмы?

Мәғлүм булыуынса, әлеге мәлдә Башҡортостанда мөһим сараны үткәреүгә 7431 иҫәп алыусы һәм 1235 контролер йәлеп ителгән. Эш 14 ноябргә тиклем бара. Үҙегеҙҙе ил тарихына индереп ҡалығыҙ, ҡатнашығыҙ!

Фото: https://vk.com/bashstat_gks_ru 

#дневникпереписчика #Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #ЯГеройПереписи

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: