Халыҡ иҫәбен алыу
26 Октябрь 2021, 07:00

Иҫәп алыуҙа етенсе тапҡыр ҡатнаша

Кеше күңелен асып һалһын өсөн уның менән һөйләшә лә белергә кәрәк.

Иҫәп алыуҙа етенсе тапҡыр ҡатнашаИҫәп алыуҙа етенсе тапҡыр ҡатнаша
Иҫәп алыуҙа етенсе тапҡыр ҡатнаша

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа инде бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан кешеләр бар. Уларҙың тәжрибәһе һәм белеме әле бик кәрәк, сөнки улар йәштәр өсөн өлгө булып тора.

Благовещен районынан Ирина Новокшонованы хаҡлы рәүештә иҫәп алыу кампанияһының ветераны һәм иҫәпкә алыусыларҙың геройы тип әйтергә мөмкин. Ул үҙ ғүмерендә етенсе тапҡыр ышанып тапшырылған участка буйынса уҙасаҡ.   

Ирина – һөнәре буйынса урмансы, әлеге мәлдә почтальон булып эшләй. Ул ауылдаштары менән яҡшы мөнәсәбәттә, шуға ла ҡатынға кешеләр менән уртаҡ тел табыуы еңелгә тура килә. Ирина Анатольевна һәр кемдең йөрәгенә асҡыс табыу юлдары һәм ысулдары менән яҡшы таныш.

– Әгәр ҙә кешенең һөйләшкеһе килмәгәнен тойһам, “икенсе тапҡыр киләм” йәки уның телен асырға, һөйләштерергә тырышам, – тип тәжрибәһе менән уртаҡлаша Ирина Новокшонова.  

Фото: https://vk.com/bashstat_gks_ru

#дневникпереписчика #Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #сквозьпереписи #ЯГеройПереписи

 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас