Халыҡ иҫәбен алыу
26 Октябрь 2021, 16:30

Ҡунаҡбайҙар иҫәп алыуҙа теләп ҡатнаша

Учалыла 21 иҫәп алыу участкаһы иҫәпләнә, эшкә 128 иҫәп алыусы йәлеп ителгән.

Ҡунаҡбайҙар иҫәп алыуҙа теләп ҡатнашаҠунаҡбайҙар иҫәп алыуҙа теләп ҡатнаша
Ҡунаҡбайҙар иҫәп алыуҙа теләп ҡатнаша

Учалы халҡы Бөтә Рәсәй иҫәп алыу кампанияһында әүҙем ҡатнаша. Башстаттың урындағы бүлексәһе етәксеһе Аида Садиҡова хәбәр итеүенсә, уларҙа 21 иҫәп алыу участкаһы иҫәпләнә. Эшкә 128 иҫәп алыусы йәлеп ителгән.

Теләгәндәр стационар участкаларға мөрәжәғәт итә йәки иҫәп алыусыны өйҙә көтә. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнашҡандар ҙа күп.

Ҡунаҡбай ауылында 1100-ҙән ашыу кеше йәшәй, ауыл ҡалаға яҡын ғына урынлашҡас, ер участкалары алып йорт һалыусылар йылдан-йыл күбәйә, демография күрһәткестәре лә арта.

Ауылға ике иҫәп алыусы тәғәйенләнгән. Юлиә Ҡадирова менән Нәзирә Абдуллина икеһе лә - ауыл советы хакимиәтендә белгес.

“Халыҡ иҫәп алыуҙа теләп ҡатнаша. Күптәре ауыл советы хакимиәтенә үҙҙәре үк килеп яҙыла, олораҡтарҙың йорттарына үҙебеҙ барабыҙ. Эш барышында бөтә санитар талаптарҙы күҙәтәбеҙ. Иҫәп алғанда, йортҡа инмәй, хужаларҙы ихатаға саҡырып сығарырға тырышабыҙ. Бәхеткә күрә, көндәр ҙә йылы тора. Бөгөнгә ауылда йәшәүселәрҙең яртыһын иҫәпкә алдыҡ инде”, – ти хеҙмәткәрҙәр.

Автор фотоһы.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас