

Башҡортостан халыҡ һаны буйынса ил төбәктәре араһында – етенсе, Волга буйы федераль округында беренсе урында тора. Был халыҡ иҫәбен алыуға йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәр иңенә һалынған яуаплылыҡты тағы ла арттыра.
Улар алдында 14 ноябргә тиклем 1,9 миллион торлаҡ бинаны йөрөп сығыу бурысы тора. Эш иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 10-ға тиклем дауам итә.
Иҫәп алыусыларҙың күпселеген ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина белдереүенсә, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары сарала әүҙемлек күрһәтә.
"Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнаштым. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары ла был йәһәттән әүҙемлек күрһәтте. Халыҡтың үҙаңын уятыу маҡсатындағы “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе”, “Өләсәйем әкиәттәре” кеүек проекттарҙы ла тормошҡа ашырҙыҡ.
Ойошма ағзалары үҙҙәре лә иҫәп алыусы булып теркәлде. Улар әйтеүенсә, пандемия сараны уҙғарыуҙы бер аҙ ҡатмарлаштыра. Иҫәп алыусылар хәүефһеҙлек сараһын күреп, санитар нормаларҙы, социаль арауыҡты һаҡлап эш итә. Бөтәһе лә тиерлек коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатҡан.
Был сара һанлы булыуы менән дә уңайлы. Унда “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнашыу бер ниндәй ҙә шикләнеүҙәргә урын ҡалдырмай. Бөтәһе лә ошо мөмкинлектән файҙалана ала. Бәлки, интернеттан файҙаланмаған өлкән быуын кешеләре өсөн был ҡулай түгелдер. Уларға инде өйҙәрендә иҫәп алыусыны көтөргә ҡала йәки, арауыҡ һаҡлап, тышта аралашырға мөмкин.
Төрлө ысулдар ҡулланып, мөһим сарала ҡатнашырға бурыслыбыҙ, Рәсәй тарихында эҙебеҙҙе ҡалдырырға тейешбеҙ, тип һанайым", - ти Гөлнур Ҡолһарина.
Билдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябргә тиклем бара. Ул һанлы форматта ойошторола, йәғни иҫәп алыусылар бланктарҙы планшет компьютерҙары ярҙамында тултыра. Шулай уҡ үҙегеҙ ҙә иҫәп алыу участкаһына һәм Күп функциялы үҙәккә барып, мөһим сарала ҡатнаша алаһығыҙ.
Фото: https://vk.com/gulnurkulsarina
#дневникпереписчика #Башстат #Башкортостанстат #статистика#ВПНБашкортостан #перепись #ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021#дневникпереписи #сквозьпереписи #ЯГеройПереписи