

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡатнашты. Үҙе һәм бөтә ғаиләһе өсөн анкетаны ул "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында онлайн-форматта тултырҙы.
"Бик уңайлы, тиҙ булды, — тине Илшат Фәзрахманов. — Эш графигы иҫәп алыусылар менән осрашыуға ваҡыт бүлергә мөмкинлек бирмәй, шуға күрә порталда һорауҙарға яуапты уңайлы ваҡытта бирергә мөмкин. Һанлаштырыу социаль өлкәлә лә, иҡтисадта ла күп процестарҙы тиҙләтә. Ауыл хужалығы тармағында ла маҡсатлы рәүештә һанлаштырыуҙы индереү өҫтөндә эшләйбеҙ".
Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, халыҡ иҫәбен алыу иҡтисадты планлаштырыу, күпселек өлөшөн ауыл халҡы тәшкил иткән республика өсөн ҙур ярҙам буласаҡ. 2010 йылғы ошондай сара мәғлүмәттәре "Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү" программаһын әҙерләгәндә файҙаланыла, уға ярашлы, төбәктә 3,5 меңдән ашыу ауылда йәшәгән ғаиләләр тормош шарттарын яҡшырта. Тиҫтәләгән ауыл төҙөкләндерелгән, йөҙҙәрсә километр һыу һәм газ селтәрҙәре төҙөлгән. Тормош бик тиҙ үҙгәрә, яңы программаларға көнүҙәк мәғлүмәттәр кәрәк, шуға күрә бөгөн һәр кешенең халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыуы мөһим", - тип билдәләне Премьер-министр урынбаҫары.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53237
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.