

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тамамланыуға ике аҙна ваҡыт ҡалды. Дөйөм алғанда, кешеләр сараны үткәреү кәрәклеген ыңғай ҡабул итә, ихлас күңелдән иҫәп алыусылар менән аралаша һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша һорауҙарға яуап бирә. Республикала ике миллиондан ашыу кеше иҫәп алыу процедураһын үткән.
Әле эш дауам итә, 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем билдәләнгән ял көндәрендә лә иҫәп алыусылар үҙ участкаһы биналары буйлап йөрөүен дауам итәсәк. Шулай уҡ стационар участкалар ҙа эшләйәсәк. Уларҙың адрестары һәм телефондары "Башҡортостанстат"тың сайтында (электрон адресы: www.bashstat.ru), ҡала һәм район хакимиәттәре сайттарында һәм урындағы гәзиттәрҙә баҫылған.
Тәүҙә әҙерәк шикләнгән кешеләрҙең күптәре иҫәп алыусы менән һөйләшкәс йәки үҙаллы интернет аша иҫәп алыу үткәс, был процедураның да, һорауҙарҙың да ябай ғына икәнлегенә инана. Йыш ҡына иҫәп алыусылар ғаилә тураһындағы бар кәрәкле мәғлүмәтте 15-20 минут эсендә алып бөтә. Иҫәп алыу ҡағыҙы ябай, уларға яуап бирер өсөн етди уйланыу кәрәк түгел.
Әгәр һеҙ әле иҫәп алыуҙа ҡатнашмаһағыҙ, етеп килгән ялдарҙа бының өсөн ваҡыт табығыҙ һәм үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе тарихҡа индереп ҡалығыҙ.
Иҫәп алыу ваҡытында һорау тыуһа, дәүләт статистикаһының республика территориаль органы “ҡыҙыу элемтә”һенә шылтыратырға була. Улар ялһыҙ иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға тиклем эшләй. Телефоны: 8-800-347-11-02, шылтыратыу бушлай.
Кәрәк булһа, номерҙар һәм адрестар ҡалдырабыҙ.
Башҡортостанстат, Өфө, Цюрупы урамы, 17;
"ҡыҙыу элемтә" телефоны - 8 800 347 11 02;
e-mail: perepis@bashstat.ru;
сайт: https://bashstat.gks.ru
Фото: irkutskinform.ru