

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашты.
"Халыҡ иҫәбен алыу – барлыҡ дәүләт һәм, әлбиттә, Башҡортостан өсөн мөһим сара. Һис шикһеҙ, республикала идара итеүҙең һөҙөмтәлегенә ҙур иғтибар бирелә. Беҙгә кадрҙар ҡеүәтен, халыҡ төҙөлөшөн аныҡ аңларға кәрәк. Был стратегик планлаштырыу, үҫеш программаһын эшләү, белгестәр әҙерләү, инвестициялар йәлеп итеү һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн кәрәк. Иҫәп алыу һөҙөмтәһе эш барышы менән һөҙөмтәле идара итеүгә, һәр тармаҡҡа дәүләт ярҙамы саралары әҙерләүгә булышлыҡ ҡыласаҡ", – тине Рөстәм Моратов.
Стратегик программалар, республиканы, илде үҫтереүҙәге тәүге саралар халыҡ иҫәбен алыу сиктәрендә йыйылған рәсми мәғлүмәттәргә таянып төҙөлә. Мөһим сара халыҡ һаны һәм структураһы, йәше, гендер төҙөлөшө, аныҡ биләмәгә ҡарауы, белеме, торлаҡ шарттары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе асыҡлауға булышлыҡ ҡыла. Бынан тыш, иҡтисади кадрҙар ҡеүәте тураһындағы иҫәпкә алынмаған белешмәләрҙе теркәү, хеҙмәт сығанаҡтары хаҡында мөһим мәғлүмәттәрҙе туплауға ярҙам итә. Республика халҡының көнүҙәк “портретын” аңлау төбәктең иҡтисади хәрәкәтен күҙаллау мөмкинлеген бирә.
Халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябргә тиклем дауам итә. Унда иҫәп алыусы аша йәки стационар участкаға, Күп функциялы үҙәккә барып ҡатнашырға мөмкин. Шулай уҡ онлайн рәүештә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша һорауҙарға яуап бирергә була. Был ысул буйынса иҫәпкә алыу сараһы 8 ноябргә тиклем генә бара. Ул яңы, заманса. Үҙеңде һәм яҡындарыңды еңел, тиҙ, хәүефһеҙ теркәргә мөмкин. Иҫәпкә алыусы йортоғоҙға килһә, уға анкета үтеүҙе раҫлаған QR-кодты күрһәтергә кәрәк.
#Башстат #Башкортостанстат #статистика #ВПНБашкортостан #перепись#ВПН2021 #переписьнаселения #перепись2021 #переписчик #переписчикВПН#дневникпереписи #перваяцифровая
Фото: "Бәйләнештә".